Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
5 Май 2020, 22:50

Бал ҡорто ағыуы - шифа

Балдың файҙаһын барыбыҙ ҙа белә. Был турала хатта Ҡөрьәндә лә зекер ителгән. 16-сы сүрә "Бал ҡорто" тип аталып, 68–69-сы аяттар тулыһынса бал ҡорто һәм уның шифаһына бағышланған.


Был йән эйәләре гәрәбәләй балы ғына түгел, ә үҙ ғүмерҙәре менән дә кешеләрҙе дауалай ала: бал ҡортонан сағылып, шаҡтай сирҙәрҙән арынып була.

Бындай ысул апитерапия тип атала. Дауалана башлағансы аллергия булыу-булмауын тикшертеү зарур. Курс 10-20 көн. Бөжәкте тәндең теләһә ҡайһы еренә түгел, ә биологик актив нөктәләргә генә ҡуйып саҡтыралар.

Бал ҡортоноң ағыуы, беренсенән, кардиология, неврология сирҙәренә ҡаршы ҡулланыла. Ревматизм, тире ауырыуҙары ла унан яҡшы дауалана. Шулай уҡ эндокрин системаһы дөрөҫ эшләмәгәндә лә бал ҡортоноң ағыуы булыша. Ул эске секреция биҙҙәренә тәьҫир итеп, гипофиз, бөйөр өҫтө, ашҡаҙан аҫты биҙҙәрен, ҡалҡан биҙҙе, енес гормондары етештереүсе биҙҙәрҙе яҡшыраҡ эшләргә мәжбүр итә. Апитерапияның күҙ, тамаҡ, танау, ҡолаҡ ауыртҡанда ла һөҙөмтәһе бар икән.

Ҡорт ағыуы барлыҡ физиологик процестарҙың иң шәп катализаторы булып тора. Ул беренсе сиратта кешенең нервы системаһына тәьҫир итеп, организмды уятып ебәрә. Бал ҡорто ағыуы һөҙөмтәһендә ҡан тамырҙары киңәйә, йөрәк мускулдары яҡшыраҡ эшләй, ҡан баҫымы нормалләшә. Ул хатта холестеринды ла кәметә ала.

Аяҡтағы ҡан тамырҙары киңәйгәндә лә апитерапия шифа бирә: ҡорт ағыуы ҡандың составын яҡшырта, тромбтарҙы юҡҡа сығара, ҡанды шыйыҡлата. Ҡан тамырҙары киңәйеп, аяҡты ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә, күптәр нәҡ ҡорттан сағылып ҡына ауыртыуҙан ҡотолоуын белдерә.

Замана ауырыуҙары остеохондроз һәм артроздан да бал ҡорто ярҙамында ҡотолорға мөмкин икән.

Паркинсон сирен дауалауҙа ла ул яҡшы һөҙөмтә бирә, ти табиптар. Был ҡорт ағыуында дофамин матдәһе булыуы менән аңлатыла.

Ҡорт саҡҡан ваҡытта организмға бик аҙ миҡдарҙа ағыу индерелә. Уның составында 50-нән ашыу микроэлемент бар.

Тиҙҙән йәйгә аяҡ баҫабыҙ. Бал ҡорттарының безелдәшеп оса башларына ла күп ҡалманы. Тәбиғи докторҙарға хөрмәт менән ҡараһаҡ ине.

Фото: Youtube.com
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Bal-orto-a-iui-shifa-251245/
Читайте нас: