Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
30 Март 2020, 13:20

Һәр көн ҡабатланмаҫ...

Психологтар беҙҙең тормошто яҡшыраҡ, яҡтыраҡ, сағыуыраҡ, еңелерәк итеү өсөн ҙур хеҙмәттәр яҙа, кәрәкле кәңәштәр бирә. Уларҙың ҡайһы берҙәрен ябайлаштырып, һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

Тәүлегенә һигеҙ сәғәттән дә кәм йоҡламағыҙ. Иртәрәк ятып иртәрәк тороуҙы ғәҙәткә индерегеҙ.
Һәр көн ҡабатланмаҫ, уны файҙаһыҙ үткәреү енәйәткә тиң. Мөһим эштәрегеҙ тураһында яҙып ҡуйып, уны мотлаҡ башҡарырға өйрәнегеҙ, уңышлы мәлдәрегеҙҙе теркәп барығыҙ. Ошолай эшләгәндә тормошоғоҙ ойошҡан һәм емешле булыр.
Күңелегеҙҙе яҡшылыҡ менән һуғарғығыҙ килһә, изгелек ҡылығыҙ, ваҡытты ла, көстө лә, аҡсаны ла күп алмай торған эштәр башҡарығыҙ, мәҫәлән, күрше әбейгә магазиндан аҙыҡ-түлек килтерегеҙ, иҙәнен йыуып бирегеҙ һ. б. Бындай ғәмәл кешене рухландыра, күңелен байыта.
Дөрөҫ туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеү - һаулыҡтың нигеҙе, ә һаулыҡ үҙе ҙур бәхет икәнен онотмағыҙ. Күңелегеҙҙе өйкәп торған насар уйҙан ҡотолорға тырышығыҙ. Тормош аҡлы-ҡаралы һыҙаттарҙан тора. Гел ҡараһында ҡалмаҫ өсөн уңышһыҙлыҡты ҡабул итә белергә,аҙаҡ күңелдән һыҙып ташлап өйрәнергә кәрәк.
Бер ваҡытта ла бер кемгә лә көнләшмәгеҙ. Был тойғо кешегә емергес тәьҫир итә. Кешенең нимәһендер ҡыйратырға теләгәнсе, үҙегеҙҙең хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләргә кәңәш ителә.
Ваҡ-төйәк өсөн, нимәлер иҫбатларға теләп, бәхәсләшеүҙе туҡтатығыҙ. Был мәлде файҙалыраҡ ғәмәл менән тулыландырып булыр ине. Һәр бер уңышығыҙ өсөн үҙегеҙҙе бүләкләргә онотмағыҙ - был яңынан-яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерәсәк.
Һеҙгә ышанмаған, гел рәнйеткән, кәмһеткән, түбәнһеткән кешеләрҙән ҡотолоғоҙ, улар менән бәйләнеш яҡшыға килтермәй, һеҙҙе бәхетле итмәй.
Күңелегеҙгә ятышлы һөнәр һайлағыҙ. Яратмаған эш шатлыҡ килтермәй - шуны аңлағыҙ. Бер ваҡытта ла үҫешеүҙән туҡтамағыҙ, бер бейеклекте яулағас, икенсеһенә ынтылығыҙ.
Проблемаларҙан ҡасмағыҙ, киреһенсә, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Яңы тормош башларға бер ваҡытта ла һуң түгел, 40, 50, 60-та ла тормошоғоҙҙо үҙгәртеүҙән ҡурҡмағыҙ, һәр йәштә лә бәхетле булырға мөмкин.
Өйҙә лә, эштә лә тәртип, таҙалыҡ булдырығыҙ, кәрәкмәгән әйберҙәрҙән ваҡытында ҡотолоп тороғоҙ. Тормошоғоҙҙо мәғәнәле итеү өсөн бер төрлөлөктән арынығыҙ: концерт, театрға йөрөгөҙ, дуҫтарығыҙ менән осрашығыҙ. Шул уҡ ваҡытта күңел асыуҙы тормоштоң төп асылы итергә лә ярамай.
Дөрөҫ әҙәбиәт уҡығыҙ, ундағы тормошсан миҫалдар, ҡиммәтле кәңәштәр тәжрибәгеҙҙе арттырыр ғына. Үҙегеҙҙе яратығыҙ, үҙен яратмағанды эргә-тирәләгеләр ҙә хөрмәт итмәҫ, ти психологтар.

Ҡыҫҡаһы, тормошто яратайыҡ, һәр минуттың ҡәҙерен беләйек, бәхетле булайыҡ!
Фото:u-f.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: