Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Март 2020, 18:21

“Теш шығырлатып йоҡлай…”

“Улым йоҡлағанда тешен ныҡ шығырлатҡанға һиҫкәнеп уянам. Был сирме, сәләмәтлеккә зарары бармы?”


Сәғиҙә Байбулатова.

Ҡыйғы районы”


Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, тештәрен шы­ғырлата-шығырлата йоҡлай. Бруксизм тип аталған сирҙең сәбәптәре бар, әлбиттә. Эпилепсияға бирешеү­сәнлек, тештәрҙең тигеҙһеҙлеге, дөрөҫ үҫешмәүе, яңаҡ төҙөлөшөндәге тайпылыштар арҡаһында был хәлдең күҙәтелеүе ихтимал. Арыу-тал­сығыу, нервы көсөргәнешлеге лә шуға этәрә. Шартлыса был сәбәптәрҙе ике өлөшкә бүлергә мөмкин: мускулдар ҡыҫҡарыуы йоҡо мәлендә контролләнмәгәндә, йәки теш, яңаҡ-йөҙ һөйәктәре сирҙәре күҙәтелгәндә, кеше бруксизмдан яфалана.

Сир сәләмәтлек өсөн зыянлымы? Эйе, ундай хәүеф бар, ти табиптар. Теште шығырлатыуҙың эпилепсия билдәһе булыуы мөмкин, ваҡытты уҙғармай табип менән кәңәшләшеү бик мөһим. Әгәр ҙә ул һөйәктәге кәмселектәр менән бәйле булһа, ваҡыт үтеү менән хәлдең ҡат­марлашыуы, йөҙ һыҙаттары үҙгәреүе, муйын сирҙәре баш ҡалҡытыуы мөмкин.

Бруксизм ваҡытлыса нервы көсөргәнешлеге, арыу-талыуға бәйле булһа ла, барыбер сәләмәтлек өсөн зарарлы. Бер-береһенә көс менән ышҡылып шығырлаған тештәрҙең эмале ыуала, тештәр боҙола. Өҫтәүенә ул йоҡоноң сифатына ла кире йоғонто яһай. Кеше яңағын ҡыҫып, мускулдарҙы йомшартмай йоҡлаһа, иртән ул хәлһеҙ, башы ауыртып, насар кәйеф менән уянасаҡ.

Балалар бруксизмы сабыйҙың тештәре сыҡҡанда күҙәтелә. Әммә тештәре сығып бөткәндән һуң да хәл ҡабатланһа, баланы дауалау тура­һында уйларға ваҡыт.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Читайте нас: