Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Март 2020, 18:17

79 кеше – шик аҫтында

Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта ойошторолған сираттағы брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

27 марттың 13.00 сәғәтенә теркәлгән мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирус инфекцияһы, алда билдәләнгән дүрт кешенән тыш, берәүҙә лә асыҡланмаған. Стационарҙарҙа коронавирус инфекцияһы менән сирләй тигән шик аҫтында 79 кеше, шул иҫәптән 13 бала дауалана. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, уларҙың барыһы ла дауаханаға киҫкен респиратор инфекция билдәләре менән мөрәжәғәт иткән, барыһы ла ошоға тиклем сит илдә булып ҡайтҡан.
Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табип урынбаҫары Мария Скотарева еткергән мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгә тиклем 2899 кеше тикшерелгән, уларҙың 335-е – медицина ойошмаларында. Ҡабаттан тикшереү процедураһын 806 кеше үткән. 472 кеше пневмония диагнозы арҡаһында тикшерелгән.
Рәсәйҙәге һуңғы мәғлүмәттәрҙе Роспотребнадзор вәкиле Олег Мәүлетов еткерҙе. Илебеҙҙә әлеге ваҡытта 1036 коронавирус инфекцияһы менән сирләүсе асыҡланған, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә - 196 кеше. Ошо 196-ның 153-ө – Мәскәүҙә. Илдең баш ҡалаһында, дөйөм алғанда, 703 кеше сирләй. 45 кеше йүнәлгәне мәғлүм.
Бөгөн республикала дауаханаларҙы инфекциялы сирҙәрҙе дауалау профиленә үҙгәртеү процесы бара, уларҙың барыһы ла норматив талаптарға ярашлы эшләнә.
Битлектәргә килгәндә, ҙур партия “Госаптека” селтәренә килеп еткән, бөгөн дарыуханаларға ла һатыуға сығасаҡ. Әммә битлектәр иң тәүҙә медицина ойошмаларында, дәүләт власы һәм күп кешеләр менән эшләй торған учреждениеларға еткереләсәк. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса, битлек бер ҡулға иҫәпле һатыласаҡ.
Фото: iz.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: