Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Март 2020, 18:14

Баш ауыртҡанда ни эшләргә?

Күптәр баш ауыртыуын дарыу менән баҫа ла өҫтәмә тикшеренеүҙе кәрәк тип тапмай. Ошо күренешкә ҡарата табиптарҙың кәңәшен тыңлайыҡ.

Белгестәр әйтеүенсә, муйын остеохондрозы, муйын менән бәйле башҡа ауырыуҙар, юғары ҡан баҫымы, нерв күҙәнәктәренең ҡыҫылыуы, гипертония, төрлө ялҡынһыныуҙар, глаукома – былар барыһы ла баш ауыртыуына сәбәпсе булырға мөмкин. Әгәр ошондай проблемалар күҙәтелмәһә, ә баш ауыртыуы даими ҡабатланып торһа, уйланырға урын бар, өҫтәмә тикшеренергә кәңәш ителә.

Ғәҙәттә, баш ауыртыуынан зарланып килгән пациент тикшеренеүҙең бер нисә этабын уҙа. Һөйләшеү барышында табип уның зарҙарын тыңлай, ауыртыуҙың сәбәбен асыҡларға тырыша. Беренсе диагностика ваҡытында терапевт, невролог, стоматолог, отоларинголог, окулист ҡарап, үҙ һөҙөмтәһен сығара. Ҡайһы бер осраҡта өҫтәмә тикшеренергә кәрәк, хәҙер медицинала заманса йыһаздар барыһын да тейеш­ле дәрәжәлә асыҡларға ярҙам итә. Әйтәйек, электроэнцефалография. Был ысул баш мейеһенең эшмәкәрлеген тикшерә, ундағы шеш, гематомаларҙы күрһәтә. Рентген иһә төрлө имгәнеүҙәрҙе, бәрелеүҙән барлыҡҡа килгән зыянды, синуситтарҙы билдәләргә мөмкинлек бирә. Халык телендә МРТ тип йөрөтөлгән магнит-резонанслы томография иһә төрлө шештәрҙе, баш мейеһендә ҡан әйләнеше үҙгәреүҙе, инсульттан, башҡа ауырыуҙарҙан һуң кешенең баш эшмәкәрлеген тикшергәндә ҡулланыла. Компьютер томографияһы баш мейеһенә ҡан һаумағанмы икәнен билдәләй, үҙгәрештәрҙе асыҡлай. Лаборатор тикшереүҙәр кешелә инфекциялар, ялҡынһыныуҙар, ҡандағы холестерин күләмен белергә мөмкинлек бирә.

Баш ауыртыуын нисек дауаларға һуң? Ысулдары төрлө. Ул һәр пациенттың хәленә, диагнозына ҡарап билдәләнә. Ғөмүмән, дауалау ысулдарын бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин. Беренсеһе – медикаменттар. Пациентҡа дарыуҙар яҙып бирелә. Ҡайһы бер ваҡытта улар ғына ла дауаларға мөмкин. Икенсе ысул – массаж. Неврологтар хроник мигрень, имгәнеүҙәрҙән һуң башҡа массаж файҙалы, ти.

Физиотерапия ваҡытында ультратауыш, магнит ҡыры, йылылыҡ, ток, башҡа саралар ярҙамында дауалайҙар. Был ысулдың һөҙөмтәлелеге күптән раҫланған. Шуға ла башты дауалағанда йыш ҡына ошо алымды ҡулланалар. Дөрөҫ һайланған күнегеүҙәр, етерлек күләмдә физик эш тә баш ауыртыуын баҫырға мөмкин. Ололарҙан ҡалған ысулдар ҙа етерлек. Әйтәйек, күптәр баш ауырт­ҡанда төрлө үләндәр файҙалана. Ләкин шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: мөғжизәләр вәғәҙә иткән халыҡ медицинаһы табип биргән дауалауҙы алыштыра алмай, был төп дауаланыуға өҫтәмә сара ғына була ала.

Баш ауыртыуын киҫәтеп буламы? Уға күҙ йомһаң, дауаланмаһаң, кешенең тормош сифаты насарлана. Кәйефе булмай. Баш ауыртыуын киҫәтеү өсөн юҡ-бар өсөн борсолмаҫҡа кәрәк. Стресс – күп ауырыуҙарға сәбәпсе. Унан насар ғәҙәттәрҙе оноторға кәңәш ителә. Дөрөҫ туҡланыу, физик күнегеүҙәр яһау, саф һауала булыу, кәүҙә ауырлығын нормала тотоу – барыһы ла кешегә сәләмәт булырға ярҙам итә.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: