Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
18 Март 2020, 14:19

Йәш табип Вилдар бөтә ерҙә өлгөр

Федераль кимәлдә тормошҡа ашырылған “Ауыл табибы” программаһы ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Асҡын районына ла һуңғы йылдарҙа байтаҡ ҡына йәш табип эшкә ҡайтҡан. Шөкөр, йәш белгестәрҙең күпселеге – ошо район кешеләре.

Мәҫәлән, Вилдар Әхмәтов Асҡын ауылында тыуып үҫкән. 2-се урта мәктәпте тамамлағас, ул 2008 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. Интернатураны Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында үтә. 2015 йылда ҡулына диплом алып, тыуған яҡтарына ҡайта. Йәш белгесте үҙәк район дауаханаһы етәкселеге ҡуш ҡуллап эшкә ҡабул итә, уны участка терапевы итеп тәғәйенләйҙәр.

Егет ике йыл эшләгәндән һуң әрме сафына алына. Хәрби хеҙ­мәттән һуң тағы ла туған коллективына эшкә килә.
Бала саҡтан табип булырға хыялланған егеттең әсәһе Нәжибә Әхмәтова ла – һаулыҡ һаҡлау тармағында уңышлы эшләгән табиптарҙың береһе, медицина фәндәре кандидаты. Әле ул “Йоматау” шифаханаһында табип-пульмонолог булып эшләй.

– Эшем оҡшай, бергә эшләгән коллегаларым да кәңәштәре менән ярҙам итә. Оло, тәжрибәле табиптар – һәр яҡлап миңә таяныс. Бик йылы ҡаршы алдылар. “Ауыл таби­бы” программаһы буйынса бире­лергә тейешле бер миллион һумдан тыш, район етәкселеге эшләгән ваҡытҡа барлыҡ уңайлыҡтары булған фатир менән тәьмин итте. Ә миллион һумды иһә үҙ йортомдо төҙөүгә тотондом, — ти Вилдар Рөстәм улы. Әйткәндәй, әле уңған егет район үҙәгендә йорт һалыу менән мәшғүл.

Әйтергә кәрәк, “Ауыл табибы” программаһын тормошҡа ашырыу­ҙан йәш белгестәр генә түгел, ауыл райондары халҡы ла бик ота. Мәҫә­лән, Вилдар Рөстәм улы көн һайын иллегә яҡын ауырыуҙы ҡабул итә, ай һайын үҙенә беркетелгән бер нисә ауылдың һәр ҡайһыһын йөрөп сыға.

— Ауылға сыҡҡас, мөрәжәғәт итеү­селәрҙең һәр береһенең үтене­сен, һорауын ҡәнәғәтләндерергә тырышам, барыһын да иғтибар менән тыңлап, тейешле дауалау курсы билдәләйем, — ти Вилдар Әхмәтов.

Хәйер, программа буйынса районға эшкә ҡайтҡан табиптарҙың һәр ҡайһыһы, Вилдар Әхмәтов кеүек, көтөп алынған һәм бөгөн инде баштан-аяҡ эшкә сумған. Район халҡы терапевт, хирург, рентгенолог, провизор, гинеколог булып эш башлаған белгестәрҙе ҙур ихласлыҡ менән ҡабул иткән.

— “Ауыл табибы” программаһы үҙәк район дауаханаһын кадрҙар менән тәьмин итеүҙә ҙур ярҙам булды. Дөрөҫ, пенсия йәшендәге табиптарҙы йәш кадрҙар менән алмаштырыу ихтыяжы ла бар. Әммә әлеге программаны тормошҡа ашырыу һәм район етәкселегенең йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса күләмле эшмәкәрлеге һөҙөм­тәһендә киләсәктә был мәсьәләләр ҙә хәл ителер, тип уйлайбыҙ, — ти үҙәк район дауаханаһы етәкселеге.

Эйе, программаның төп маҡсаты — район еренә йәш табиптарҙы йәлеп итеп, урындағы халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен, уларҙың сәләмәтлек торошон яҡшыртыу. Шөкөр, Асҡын районында әлеге маҡсат тулы ҡеүәтенә тормошҡа ашырыла.

Асҡын районы.
Автор: С. ҒӘЛИМЙӘНОВ
Читайте нас: