Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Март 2020, 18:07

Тоҙҙоң да самаһы бар

Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының торошо күп факторҙарға, шулай уҡ күпме тоҙ ҡулланыуға ла бәйле, ти табиптар. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы өлкәндәргә көн дә 2 грамдан артыҡ тоҙ ҡулланмаҫҡа кәңәш итә.

Сит ил ға­лим­дары үткәргән тик­шеренеүҙәргә таянып, тоҙҙоң орга­низмға тәьҫи­рен ҡарайыҡ. Тоҙҙа күп миҡ­дарҙа туп­ланған натрий миокардта спазмдар бар­лыҡҡа килте­реүгә һәләтле, ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә кешенең инфарктҡа йәки инсультҡа юлығыуы ихтимал. Тоҙло аҙыҡ ашау менән мауыҡмаған кешеләрҙә бындай сирлеләрҙең аҙлығы күҙәтелгән.

Белгестәрҙең әйтеүенсә, тоҙ миҡдарын кәметеү артериаль баҫымды төшөрә, тимәк, йөрәк өйәнәге хәүефен дә. Тап гипертония йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең һәм бөйөр эшмәкәрлеге насар­ланыуының төп сәбәбе булып тора. Кем тоҙланған аҙыҡһыҙ йәшәй алмай, натрий күләме аҙ миҡдарҙа булған, калий менән алмаштырылған тоҙҙан файҙалана ала. Йөрәге сирлеләр өсөн ул файҙалы ла.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Читайте нас: