Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Март 2020, 14:30

Ниңә кеше аҡбур ашай?

Организмға кальций, Д витамины, тимер етмәһә , кешелә аҡбалсыҡ ашағы килеү теләге уяна.

Аҡбурҙа кальций, кремний, алюминий, марганец, тимер, натрий, цинк, магний, калий, азот, хром, фосфор, молибден, медь, никель, көмөш , радий, кобальт кеүек матдәләр бар.
Был минералды ашағығыҙ килһә, туҡланыу рационына балыҡ, һөт ризыҡтарын,тимергә бай йәшелсә-емеште кертегеҙ. Дарыухананан кальций глюконаты йәки организмды кальций, тимер менән байытыусы препараттар алып, эсеп алығыҙ.
Аҡбур ашау зыянлы икәнлеген дә хәтерҙән сығармағыҙ. Мәктәп таҡтаһына яҙыу өсөн тәғәйенләнгән аҡбурҙа гипс, елем, зарарлы ҡатнашмалар бар.
Кальций карбонаты бөйөрҙәргә таш булып ултыра , тарҡалмай торған ҡаты кальций оксалатлы таштарға әүерелә.
Ашҡаҙан һуты ла күп бүленеп, ашҡаҙан - эсәк юлдары ла көсөргәнеш кисерәсәк. Кеше инфекция сирҙәренә тиҙ бирешәсәк. Өҫтәүенә, составында ауыр металдар булған аҡбур менән ағыуланыуығыҙ ҙа ихтимал.
Фото:zen.yandex.ru
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: