Йәнтөйәк
-19 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәләмәтлек
4 Март 2020, 13:54
Баймаҡта коронавирус теркәлгәнме?
“Баймаҡҡа коронавирус барып еткән!”- тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә республиканы урап үтте. Күптәрҙе был хәл борсомай ҡалмағандыр.
Сығышы менән Йылайыр районынан булған, күптән түгел Кореяла эшләп ҡайтҡан ҡыҙ ҡапыл сирләп китә. Унда коронавирус ауырыуына хас билдәләр асыҡлана: юғары тән температураһы, сөскөрөү-йүткереү, хәлһеҙлек... Етмәһә, ҡыҙҙың Корея яҡтарынан йөрөп ҡайтыуы ла хәүефте арттыра. Баймаҡ табиптары, бар медицина хеҙмәткәрҙәре ауырыуҙы ныҡлы күҙәтеү аҫтына ала. Шунда уҡ тейешле анализдар алына һәм тиҙ арала лабораторияға тикшереүгә ебәрелә. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй, бәхеткә күрә ҡыҙҙа коронавирус табылмай! Ҡыҙ ҡайҙандыр киҙеү йоҡторған, әммә был ҡурҡыныс инфекция булып сыҡманы.
Шулай ҙа тынысланырға иртә әле. Коронавирус бар донъяға таралыуын дауам итә, әле бер, әле икенсе ҡалаларҙа сир йоҡтороусыларҙың һаны арта.
Фото: ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Телеграмм
Дуҫтар! Беҙҙең телеграмм-каналға яҙылығыҙ! Бөрө ҡалаһы һәм районы, Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Балтас, Мишкә райондары яңылыҡтары һеҙҙең смартфонда буласаҡ!