Йәнтөйәк
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Сәләмәтлек
3 Марта 2020, 07:56

Бер йылда 42 тонна ҡан тапшырылған

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда Башҡортостанда донорҙар 42 тоннанан ашыу ҡан тапшырған, план 103 процентҡа үтәлгән.

Бынан тыш, 2019 йылда Башҡортостандың һөйәк мейеһе донорҙары регистры ла тулылана башлаған. Әлеге көндә унда 3319 донор иҫәпләнә.
«Республиканың бөтә медицина округтарында ла беҙҙең хеҙмәттең филиалдары бар. Медицина ойошмаларының барыһы ла ҡан ҡойоу станцияларына йә уның филиалдарына беркетелгән», – ти Республика ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов.
2019 йылдың 11 февралендә старт алған «Изге донор» конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Тәүгеләрҙән булып буклеттарҙы тапшырған 100 ҡатнашыусы велосипедтар һәм тағы ла 50-һе саңғылар менән бүләкләнде. Суперпризға – Сочи ҡалаһына юлламаға – Өфөнән Наталья Әбүбәкирова эйә булды.
Фото:Яндекс.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас