Барыбыҙға яҡшы таныш булған киҙеүгә оҡшаш ауырыуҙы беҙҙең эраға тиклем 412 йылда үҙенең хеҙмәттәрендә медицинаға нигеҙ һалыусы Гиппократ телгә алған. Боронғо медицина әллә ни күп дауалау сараһына һәм ысулына эйә булмаған. Әммә табиптар күҙәтеүсәнлектәре менән айырылып торған һәм ауырыуҙың билдәләрен яҡшы итеп һүрәтләй белгән.
Ул ваҡыттарҙағы яҙмаларға ҡарағанда, ауырыуға борон да тап бөгөнгө кеүек билдәләр хас: тән температураһы күтәрелеү, баш ауыртыу, хәлһеҙлек һ.б. Ныҡ йоғошло: бер кеше ауырып китһә, тиҙ арала ауырыу тиҫтәләгән, йөҙәрләгән кешене зарарлаған. Ҡайһы бер боронғо эпидемиялар хатта йылъяҙмаларға эләккән. Мәҫәлән, беҙҙең эраға тиклем 212 йылда йылда Рим империяһын баҫып алған киҙеү хаҡында Тит Ливийҙың хеҙмәттәрендә уҡырға мөмкин.
Унан һуңғы йөҙ йыллыҡта ла йөҙәрләгән, меңәрләгән кешенең ғүмерен өҙгән эпидемиялар булып торған. Урта быуат ғалимдары ауырыуҙың нисек барлыҡҡа килеүенә яуап таба алмай, уның сәбәбен Хоҙайҙың ҡәһәрләүендә, йондоҙҙарҙа һәм сихырҙа күргән. Донъяға икенсе төрлөрәк ҡарашта булғандар иһә ауырыуҙың сығанағын аҙыҡ-түлектән эҙләгән. Сирҙе тән яныуына бәйләп, «итальян биҙгәге» тип йөрөткәндәр. Ә йылдың һалҡын миҙгелендә ул ҡайҙан барлыҡҡа килһен?! Әлбиттә Европаның иң йылы иле – Италияла! Ә унда был ауырыу «инфлюэнца» (influenza di freddo) тигән исем аҫтында билдәле булған. Рус теленә тәржемә иткәндә, «һыуыҡтың йоғонтоһо» тигәнде аңлата. Ҡыҙыҡ: бер илдә уны эҫегә, тән яныуға бәйләһәләр, икенсеһендә тап киреһе – ауырыу һыуыҡтан барлыҡҡа килә.
Уҙған быуаттарҙағы эпидемиялар
XVI быуатта Гиппократ заманынан һуң ауырыу инглиз табибы Джон Киз тарафынан ентекләп һүрәтләнгән. Ул сирҙе «тирле ауырыу» тип атаған һәм ауырыған кешене күпләп шыйыҡлыҡ эсереп, дауаларға кәңәш иткән.
Ысынында иһә йылъяҙмаларҙа һүрәтләнгән эпидемиялар киҙеүҙән булған. Йыш ҡына беҙ бөтә киҫкен респиратор-вируслы инфекцияны (ОРВИ) киҙеү менән бутап яңылышабыҙ. Был бик үк дөрөҫ түгел. Сөнки киҙеүгә оҡшаш был ауырыуҙарҙы аденовирус һәм риновирус тыуҙыра. Ә ысын киҙеү ортомиксовирустан барлыҡҡа килә.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, тәүге киҙеү эпидемияһы булып 1781 йылғы пандемия һаналған. Ауырыу Римдә тоҡана, Британия утрауҙарына күсә һәм халыҡтың яртыһынан күбен түшәккә һала. Унан иһә Африкаға, Америкаға тарала һәм тағы ла бер нисә йыл йә көсәйә, йә бер аҙ тыма барып, ҡотороуын дауам итә.
1889 йылда Европала «рус киҙеүе» тарала. Атамаһы бигүк тура килеп тә етмәй, сөнки ул Рәсмәйҙә түгел, ә Урта Азияла башлана. Шунан Рәсәйгә үтеп инеп, Европаға һәм башҡа ҡитғаларға барып етә. Был пандемия 700 меңләп кешенең ғүмерен өҙә.
Уны анализлап, билдәле немец ғалимы Р. Пфейфер ауырыуҙың бактериянан таралыуы тураһындағы һығымтаға килә. Әммә һуңынан асыҡланыуынса, ул һүрәтләгән «киҙеү микробы» бөтә ауырыуҙарҙа ла булмай сыға. Тик тағы утыҙ йылдан һуң ғына ғалимдар был ҡурҡыныс сирҙең ҡуҙғытыусыһы – микроскоптан да күреп булмаған, бик бәләкәй генә нимәлер булыуы хаҡында һығымта яһай.
Беҙҙең заман киҙеүҙәре: ҡурҡыныс «испанка» һәм башҡалар
Иң үлемесле киҙеү эпидемияһынан Беренсе донъя һуғышынан да, тағун (чума) эпидемияһынан да күберәк кеше ҡырыла. «Испанка» миллионлаған кешенең ғүмерен өҙә. Әлегәсә ғалимдар һәләк булыусыларҙың иҫәбе хаҡында бер фекергә килә алмай, 20 млн менән 50 млн һандары араһында туҡтала. Һиндостанда халыҡтың биш проценты – яҡынса 17 млн кеше һәләк булған. Америка 500 меңләп кешеһен юғалта, Францияла ла шул сама кеше киҙеү ҡорбаны була. Ауырыу Бөйөк Британияның – 200 мең, Японияның 260 мең кешеһен теге донъяға алып китә. Төньяҡ Америкала эскимостарҙың – 60 проценты, Африкала иһә ҡайһы бер ҡәбиләләр 90 процентҡа юҡҡа сыға.
Ауырыу ҡайҙан килеп сыҡҡан?
Ғалимдар фаразлауынса, Ҡытайҙың ниндәйҙер бер мөйөшөндә тәүҙә ҡоштарҙы ғына зарарлаусы ниндәйҙер вирус йәшәгән. Үлемесле вирусҡа әйләнгән был вирусты ҡоштар тәүҙә Америкаға алып килгән. 8 мартта иртән хәрбиҙәр лагерында ашнаҡсы ауырып китә. Кискә ҡарай иһә йөҙләгән хәрби зарарлана. Бер аҙнанан иһә «испанка» бөтә илдә ҡотора һәм ситкә тарала башлай. Күпмелер ваҡыттан һуң Испанияла, Италияла һәм Францияла кешеләр ауырый. Эпидемия тулҡын-тулҡын булып, кешелеккә ябырыла. Иң көслөһө – 1918 йылдың көҙөндә һәм ҡышында ҡоторған икенсе тулҡын була.
Ҡытай вирусы ни өсөн «испанка» тип аталды икән? Эш шунда: һуғыш ваҡытында киң мәғлүмәт сараларына, ҡаршы яҡтың хәрби әҙерлеге ҡаҡшауын белдермәҫ өсөн, ауырыу тураһында мәғлүмәт таратыу тыйылған. Ә Испания ул ваҡытта һуғышта ҡатнашмаған булған. Шуға күрә уларҙа иң беренсе булып эпидемия тураһында мәғлүмәт тарала. Тап шунан ауырыу унда барлыҡҡа килгән, тигән тойғо тыуа.
Был эпидемия алдағыларынан шуныһы менән айырыла: ул ололарҙы һәм балаларҙы зарарламаған, 20 – 40 йәшлек ныҡ һәм сәләмәт быуында ғына таралған. Иң беренсе булып, әлбиттә, медиктар зыян күргән. Һөҙөмтәлә ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтерлек кешеләр ҡалмаған. Уларға ҡул аҫтында булған һуған, һарымһаҡ һәм кәрәсиндән компрестар эшләгәндәр.
Был эпидемияның башҡаларҙан төп айырмаһы шунда, ауырыу пневмонияға килтергән. Ә ул ваҡытта был үпкә сирен дауалау өсөн антибиотиктар булмаған.
«Испанка»нан һуң 40 йыл буйы киҙеү үлемесле эпидемиялар тыуҙырмаған. Әммә 1957 йылда сир йәнә үҙен бөтә донъяға таныта: Ҡытайҙа башланған эпидемия ярты йылда бөтә Ер шарын баҫып ала. Ул саҡта киҙеү өс миллионға яҡын кешенең ғүмерен өҙә. 1958 йылда ғалимдар был «азиат киҙеү» пандемияһына ҡаршы вакцина уйлап таба.
Тик ун йылдан һуң вирус үҙгәреп, тағы әйләнеп ҡайта. 1968 йылда донъяны «Гонконг киҙеүе» эпидемияһы ялмап ала. Был юлы миллиондан ашыу кеше вирус ҡорбанына әүерелә.
1933 йылда Американан Ричард Шоуп кеше киҙеүен Пфайфер асҡан «киҙеү бацилллаһы» тыуҙырмауы тураһында фаразлауын еткергәс, уға бөтәһе лә ҡаршы сыға. Әммә тиҙҙән Бөйөк Британия тикшеренеүселәре кеше киҙеүенең вирусын айырып күрһәтә алғас, улар ауыҙын яба. Алты йылдан яңы вирусты асыҡлайҙар, ә 1947 йылда тағы берәүһе килеп сыға. Беренсеһен латин хәрефе А менән билдәләйҙәр, икенсе һәм өсөнсөһөнә иһә В һәм С билдәләре тура килә. А вирусы – иң ҡурҡынысы, сөнки тап ул етди эпидемиялар тыуҙыра. Медицина фәндәре докторы, академик Николай Каверин:
– А, В һәм С вирустары төҙөлөшө буйынса оҡшаш, әммә сирҙең билдәләре айырыла. С тибындағы вирус еңелсә үтә һәм һирәк күҙәтелә. В тибы ғәҙәти киҙеүгә хас билдәләр менән һыҙатлана, әммә ул бер ваҡытта ла пандемия сәбәпсеһе булмай.
Ә бына А тибындағы вирустар күп нәмәгә һәләтле. Ул күп төрлө һәм кешене генә түгел, хайуандарҙы ла зарарлау һәләтенә эйә. Нигеҙҙә, һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар, шулай уҡ киттар, тюлендәр, сусҡалар менән аттарҙың да зарарланыуы ихтимал. Уларҙың һәр береһендә ауырыу төрлөсә үтә.
Уның туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуының сәбәбе лә – кешенән тыш, төрлө хайуанды зарарлай алыу һәләтендә. Ауырыуҙы ҡуҙғытыусы ҡаршылыҡ тоймай, таралырға һәләтле. Тап шул осраҡта пандемия башлана ла инде, – ти.
Әйткәндәй, быйылғы коронавирус та Ҡытайҙан башланды. Әле киҙеүҙең эпидемияларына күҙ һалһаҡ та, гел Ҡытайҙан таралған түгелме?!