Йәнтөйәк
-16 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Февраль 2020, 18:09
Балалар араһында коклюш көсәйә
Башҡортостанда коклюш менән ауырыусы балалар һаны арта.
2019 йылда ике йәшкә тиклемге балалар араһында ауырыу 56,2 процент тәшкил иткән. Сир айырыуса прививка яһатылмаған балаларҙа күҙәтелә (76,2%). Ата-әсәләрҙең балаһына прививка эшләтеүҙән баш тартыуы йә ваҡытында эшләтмәүе сирҙең таралыуына килтерә. Ә бәләкәй балалар өсөн коклюш хәүефле, сөнки башҡа ауырыуҙарға килтереүе ихтимал.
Инфекция сығанағы булып ауырыу кеше тора. Һөйләшкәндә, илағанда, ҡысҡырғанда, сөскөргәндә, йүткергәндә төкөрөктөң бәләкәй генә тамсылары аша һауанан кешегә йоға. Сир йоҡҡандан һуң тәүге билдәләре барлыҡҡа килгәнсе 3 көндән алып 15 көн ваҡыт үтә. Йыш ҡына ул бронхит, отит, пневмония кеүек етди ауырыуҙарға килтерә. Сирҙе ваҡытында асыҡлау өсөн, балала йүтәл өйәнәге аҙнанан ашыу дауам итһә, поликлиникала бактерияға махсус тикшереү үтергә кәрәк.
Фото: Яндекс.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"