Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Ғинуар 2020, 14:08
Бауырҙа киста нилектән барлыҡҡа килә?
Кистаны эсендә шыйыҡса булған капсула тип аңларға кәрәк.
Бауырҙа уның берәү йәки күп, ысын һәм ялған булыуы мөмкин. Нилектән, ҡайҙан барлыҡҡа килә улар – аныҡ ҡына яуап юҡ. Кемдәлер тыумыштан да булыуы ихтимал. Ә инде йәшәү рәүешендә килеп сыҡҡандарының сәбәптәре төрлө булыуы мөөмкин. Мәҫәлән, ялған кисталар йәрәхәт алыуҙан барлыҡҡа килә. Йәғни ныҡ итеп бәрелеүҙән бауыр эсендәге туҡыма йыртыла һәм шул урында киста үҫешә башлай. Бауырҙың паразиттар менән зарарланыуы ла был патологияға сәбәпсе булыуы мөмкин.
Билдәле ваҡытҡа тиклем киста үҙен һиҙҙермәй һәм осраҡлы рәүештә генә асыҡланыуы мөмкин. Ғәҙәттә УЗИ үткәндә күренә. Ҙурая башлаһа, күңел болғаныу, кикертеү, уң яҡ ҡабырға аҫтында һыҙлап ауыртыу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ауыртыу хәрәкәт иткәндә, физик эш эшләгәндә, шәп итеп атлағанда, эйелеп-бөгөлгәндә көсәйә. Бауыр кистаһы һирәк осрай һәм ул ауыр патология һаналмай. Ауырыу тыныс үтә. Статистика буйынса, кеше ғүмеренең оҙайлығына ла йоғонто яһамай. Бик һирәк осраҡта ғына эренләп, ҡан һауыу һәм йыртылыу осраҡтары күҙәтелә. Шулай ҙа табиптарға күренеп, тикшереү үтеп тороу зыян итмәй. Өҙлөгөүҙәр булһа, кистаны алыу буйынса операция тәҡдим ителә.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: