“Инәйем улын ерләгәндән һуң бик ҡаты ауырый башланы: аяҡ-ҡулдары ҡалтырай, көскә атлап йөрөй, баҫып торғанда ла берәй нәмәгә таяна. Шул саҡ уға танышы бер рецепт тәҡдим иткән: “Һиңә һоло ғына ярҙам итәсәк. Бер тоҡ һоло ал һәм уны күренгән урынға ҡуй. Көн һайын өс литр һыуға туғыҙ ҡалаҡ һоло һалып, шуны бер сәғәт талғын утта бешер, төнгөлөккә плитәнең ситендә ҡалдыр, шул килеш быҡһын. Көндөҙ күпме теләйһең, шул тиклем ошо төнәтмәне эсергә мөмкин. Иң мөһиме – эсеп бөтөргә кәрәк”.
Инәйем шулай итте лә. Тоҡтоң яртыһы бөтөүгә, аяҡ-ҡулдары ҡалтырауҙан туҡтаны, аҙымдары ышаныслыраҡ була башланы. Шуға ҡарамаҫтан, тоҡтағы һоло бөткәнсе төнәтмәне эсеүен дауам итте. Инәйем 90 йәште үткәнсе йәшәне. Ғүмер буйы шул танышына рәхмәт уҡыны.
Ошо хәлде иҫләп, мин дә һоло менән ҡыҙыҡһынғайным. Һоло В төркөмө витаминдарына, ферменттарға, шифалы минераль матдәләргә бай. Уның төнәтмәһе менән, ысынлап та, нервы системаһын, йөрәкте, бауырҙы, ашҡаҙан-эсәк юлын дауалайҙар. Һоло һаламы төнәтмәһенән ванналар фалиждан, ревматизмдан, дерматиттан ярҙам итә”.
Был яҙмаға ҡарата ҡалдырылған комментарийҙар ҙа үҙенсәлекле. Мәҫәлән, Рәмзиә Сафуанова: “Ҡыш буйы сәй урынына эстем. Былтыр ҙа эскәйнем, ҡан баҫымынан ыҙаламаным. Йәй буйы үҙемде һәйбәт һиҙҙем. Ғөмүмән, организмды яҡшы таҙарта”, – тип яҙа.
Филүзә Бәшәрова: “Бер стакан һолоно бер литрлы термосҡа төнгөлөккә һалам. Иртәнсәк торғас та ошо төнәтмәне бер стакан эсәм, ҡалғанын – көн дауамында”, – тип үҙенең рецепт өлгөһөн тәҡдим итә.
Һолоноң шифаһын Зөһрә Ғәҙеләева ла билдәләй: “Мин дә файҙаһын ныҡ тойҙом, организм йәшәреп китә, көс-дәрт артҡандай тояһың үҙеңде!”
Фото: lecheb-nik.mirtesen.ru