Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
24 Ғинуар 2020, 17:26

Баш ниңә ауырта?

Баш ауыртыуҙы белмәгән кеше юҡтыр. Ул төрлөсә ауырта: еңелсә генә әйләнеүе мөмкин, ярылырҙай булып ныҡ ауыртыуы ихтимал. Һәр осраҡ үҙенсә дауа талап итә. Шулай ҙа тормошта баш ауыртыуын баҫҡан универсаль дауалау төрҙәре лә бар.

Баш ауыртыуҙың төрҙәре ифрат күп, тиҫтәнән ашыу. Етмәһә, һәр береһе формаларға бүленә. Әммә уларҙың барыһын да беренсе һәм икенсе төркөмгә бүлеп ҡарайҙар.

Көсөргәнеш арҡаһында, стресс һөҙөм­тәһендә йыш ҡына баш ауырта. Бы­ныһы – иң киң таралған төр. Баштың өҫкө өлөшө ҡыҫа, ташып сығып бар­ған­дай тойола. Еңел формала ул һирәк була һәм ял иткәндән һуң тиҙ үтә. Әгәр ҙә был хәл ике аҙнанан да оҙағыраҡҡа һу­ҙылһа, уның хроник төҫ алыуы бил­дә­ле. Кеше тиҙ арый, талсыға, насар йоҡ­лай, тамағында төйөр торғандай тойола.

Был хәлдең сәбәбе билдәле: бит, күҙ, муйын, арҡа мускулдарының көсөр­гәнешлеге арҡаһында. Стрестарҙың ауыртыуҙы көсәйтеүе ихтимал (эштәге көйһөҙлөктәр, имтихан тапшырыу, кем өсөндөр борсолоу һәм башҡалар), йүнләп ял итмәү, йоҡо туймау, тынсыу бүлмәлә эшләү, анальгетиктар һәм психо­сти­му­ляторҙар ҡулланыу, даими туҡланмау, гормональ тайпылыштар. Был осраҡта баш ауыртыуынан нисек ҡотолорға? Ауыртыу организмдың көсөргәнеш­леккә реакцияһы арҡаһында барлыҡҡа килә. Ошо тәндәге көсөргәнеште йомшартыу өсөн массаж да, саф һауала йөрөү ҙә, хәрәкәтләнеү ҙә файҙалы. Ауыртыу көслө булғанда ярҙам иткән препараттар ҙа етерлек.

Баш өйәнәге тураһында медицина белгестәре араһындағы бәхәс тынғаны юҡ. Уның серен әле булһа асыҡлай алмайҙар. Сәғәттәр, хатта тәүлектәр һуҙымында дауам иткән хәлде бөтөргөс өҙлөкһөҙ баш ауыртыуы баштың бер яҡ өлөшөндә туплана. Ҡуҙғыусанлыҡ, арыу-талыу тойғоһона яҡтылыҡҡа, тауышҡа артыҡ һиҙгерлек тә ҡушыла. Кешенең башы әйләнеүе, уҡшыуы ихтимал, иғтибарын туплай алмай йонсой. Баш өйәнәгенең барлыҡҡа килеү сәбәптәре тулыһынса асыҡланмаһа ла, төп сәбәбе тип ҡан тамырҙары тонусының боҙолоуы иҫәпләнә. Тәүге осорҙа йылы ванна, тыныс мөхит, ҡараңғы бүлмәлә ял итеү, үҫемлек сәйе, массаж бер ни тиклем ауыртыуҙы баҫыуы мөмкин. Үкенескә ҡаршы, баш өйәнәген тулыһынса баҫыу мөмкин түгел, ти белгестәр. Берәүгә яраған дауа сараһының икенсе кешегә бөтөнләй бармауы мөмкин.

Икенсе типтағы баш ауырыуҙары кешелә ниндәйҙер патология булғанда барлыҡҡа килә, тимәк, баш ауырыуынан ҡотолоу өсөн тәүҙә төп сирҙе дауаларға кәрәк. Баш ауыртыуы бик хәүефле сирҙең билдәһе булыуы ихтимал, шуға күрә уны дарыу төймәләре менән баҫырға тырышҡансы, табип менән кәңәшләшеү хәйерлерәк.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Читайте нас: