Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Ғинуар 2020, 19:09

Тамаҡты нисек дауаларға?

Иң мөһиме – ялҡауланмаҫҡа. Тамаҡ ауырта башлау менән, ромашка төнәтмәһен ҡулланығыҙ.

Ике стакан ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ ромашка һалып, һыу парында 10–15 минут ҡайнатабыҙ. Һыуынғас, төнәтмә менән тамаҡты сайҡатырға.
Тағы ла бер ысул: сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыстан ҡырып һутын ҡығырға. 200 мл сөгөлдөр һутына бер ҡалаҡ алма һеркәһе өҫтәргә. Ошо ҡатнашма менән тамаҡты сайҡатырға.
Уны бал менән сәй ҙә «тынысландыра». Тик сәйегеҙ артыҡ ҡайнар булмаһын.
Фото: интернет
Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
Читайте нас: