Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Ғинуар 2020, 18:38

Дарыу эсһәң, белеп эс

Дарыуҙарҙы сәй, һут, газлы һыу менән эсергә ярамағанлығын һәр кем белергә тейеш.

Бынан тыш, уларҙы эскәндә ҡайһы бер аҙыҡтарҙы ашауҙан да тыйылып торорға кәрәк. Сөнки дауаланыуҙың һөҙөмтәһе булмауы, организмдың файҙа урынына зыян ғына күреүе бар.
Антибиотиктар иң «низағлы» дарыуҙар һанала. Уларҙы эскән ваҡытта ашау рационынан һөттө һәм һөт ризыҡтарын кәметергә кәңәш ителә. Сөнки антибиотиктарҙың йоғонтоһон кәметә. Алкоголдән дә тулыһынса баш тартырға кәрәк. Ваҡытлыса емеш-еләк, һут, газлы һыу, шарап һәм әҙерләгәндә аш һеркәһе ҡулланылған ризыҡтарҙы ла сикләргә тура килер.
Антидепрессанттарға сыр, тоҙло кәбеҫтә, соя соусы, һыйыр һәм тауыҡ бауыры, ҡаҡланған балыҡ менән ит, йогурт, инжир, йөҙөм менән ҡаймаҡ тура килмәй. Был аҙыҡ-түлектең составындағы тираминдың әлеге дарыуҙар менән ҡушылғанда, ҡапыл ҡан баҫымын күтәреп ебәреүе мөмкин. Антидепрессант эскәндә, алкоголдән, айырыуса ҡыҙыл шараптан баш тартыу зарур.
Антикоагулянттар (ҡанды шыйығайтыусы) препараттарҙы мүк еләге һуты һәм еләктең үҙе менән ҡушып эсергә ярамай, сөнки ул эске ҡан юғалтыуға килтереүе мөмкин.
Аспирин. Был дарыу менән составында аҡһымы, майы, углеводтары әҙ булған аҙыҡ-түлекте ашарға кәңәш ителә, юғиһә дарыуҙың йоғонтоһо ике тапҡырға кәмей. Шулай уҡ цитрус һуттарын эсергә ярамай, сөнки аспирин менән бергә улар ашҡаҙандың лайлалы өлөшөн ныҡ ялҡынһындыра. Бынан тыш, аспиринды һөт менән эсергә тырышмағыҙ. Сөнки был осраҡта ул тәьҫир итеү көсөн юғалта. Йәғни дарыу эсеүҙең файҙаһы булмаясаҡ.
Ауыртыуҙы баҫыусы препараттарҙы ыҫланған аҙыҡтар менән ашарға ярамай. Шулай уҡ дарыу үҙ көсөн юғалта, ти белгестәр.
Гормональ препараттар матдәләр алмашыныуына кире йоғонто яһай. Шуға күрә күберәк эремсек һәм һөт аҙыҡтары, күрәгә, балыҡ, йөҙөм, еләк-емеш һәм ҡабаҡ ашарға кәңәш ителә.
Составында тимер булған дарыуҙарҙы (ферроплекс, ферлатум, хеферол һ.б) ҡулланған ваҡытта ҡәһүә менән сәйҙән, ҡамыр аштарынан, тәмле-татлынан, һөт аҙыҡтарынан һәм сәтләүектәрҙән баш тартырға тура килер. Сөнки улар барыһы ла организмда тимерҙең үҙләштерелеүен тотҡарлай.
Клофелинды (ҡан баҫымын төшөрөүсе) алкоголле эсемлек менән бергә эсергә ярамай, ҡан баҫымының кинәт күтәрелеүенә килтереүе ихтимал. Уны иҫерткес ҡушып эскәндә, хатта кинәт аңды юғалтыу ҡурҡынысы ла бар.
Бәүел ҡыуҙырыусы препараттар организмдан калийҙы йыуып сығарырға булышлыҡ итә. Юғалтыуҙы тулыландырыу өсөн күберәк йәшел борсаҡ, ҡуҙғалаҡ, шпинат, күрәгә, сөгөлдөр, башлы һуған, картуф, алма һәм кишер ашарға ҡушалар.
Ревматизмға ҡаршы ҡулланылыусы препараттар ашҡаҙан-эсәк тарктының лайлалы ҡатламына ныҡ насар йоғонто яһай. Шуға күрә сей йәшелсә-емештән, ҡыҙҙырылған аҙыҡтарҙан һәм бәшмәктән, ит һәм балыҡ һурпаһынан баш тартып, ҡаты диета тоторға онотмағыҙ.
Статиндарҙы (ҡандағы холестерин кимәлен кәметеүсе препараттар) грейпфрут, помела һәм башҡа цитрус емештәр менән бергә эсеү тыйыла. Грейпфрут һәм ҡайһы бер цитрус емештәре бауырҙағы статиндарҙы тарҡатыусы ферментты ҡамай. Һөҙөмтәлә организмда статиндар йыйылып китеүе ихтимал. Был үҙ сиратында бауырҙың эшмәкәрлеге боҙолоуға һәм мускулдарҙың йомшарыуына килтереүе мөмкин.
Сульфаниламидтарҙы (микробтарға һәм бактерияларға ҡаршы ҡулланылыусы препараттар) эскән ваҡытта бауыр, бөйөр, мүк еләге, йәшел һуған, укроп, майлы аш, шәкәр һәм башҡа татлы ризыҡтарҙы ашамағыҙ. Сөнки уларҙы эскәндә бәүел бүленеп сығыу процесы тотҡарлана, һөҙөмтәлә бәүел юлдарында һәм бөйөр каналдарында тарҡалмаған кристалдарҙың тығылыуы бар. Ошоға бәйле, күберәк һыу эсергә тырышырға кәрәк.
Фото:Яндекс
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Dariu-es---belep-es-88243/
Читайте нас: