Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Ғинуар 2020, 16:40

Өтә, яндыра, әммә файҙалы

Ҡабыу менән ауыҙ-телде өтөп алған “чили” боросо – ғүмер оҙайлығын арттырған, иртә үлем хәүефенән һаҡлаған мөғжизә, тип иҫәпләй Италия ғалимдары.

Тикшеренеүҙә 23 меңгә яҡын кеше ҡат­нашҡан, белгес­тәр улар­ҙың сәлә­мәт­лек торошон һигеҙ йыл дауамында күҙәткән. Боросто кәм тигәндә аҙнаһына дүрт тапҡыр ҡулланғандар йөрәк өйәнәгенән 40 процентҡа аҙыраҡ вафат булған. Баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоуҙан үлеү хәүефе лә кәмегән.

Ғалимдар һаман да ошо мәсьәләне асыҡлай алмай: әсе борос тәьҫиренең сере нимәлә? Бәлки, ундағы яндырыу сифатына эйә булған капсаицин матдәһе сәбәпселер? Уның яман шеш күҙә­нәктәрен юҡ итеү үҙенсәлеге раҫланған.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Читайте нас: