Түшәк ҡаты, тигеҙ булһын. Яҡшы йоҡлау өсөн ятҡан түшәгегеҙҙең ҡаты һәм тигеҙ булыуы шарт. Юрған һәм кейемегеҙ еңел, һауа үткәреүсән булырға тейеш. Тигеҙ һәм ҡаты түшәктә ятҡанда тән ауырлығы тигеҙ бүленә, мускулдар йомшара, умыртҡа бағанаһы төҙәйә, нервы һәм ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан, баҫылыуҙан ҡотола. Тимәк, бығаса аҙ кислород алған эске ағзалар туйына башлай. Һөҙөмтәлә организмда көн буйы йыйылған шлактар янып юҡҡа сыға. Кеше йоҡлағанда ла организм эшмәкәрлеге дауам итә, ул үҙен үҙе һауыҡтыра.
Ялҡауланма, хәрәкәтлән. Физик әүҙемлек сәләмәтлекте һәм тормош сифатын яҡшыртыу өсөн мөһим. Сәләмәт кеше көнөнә йәйәү кәм тигәндә ун километр ара үтергә тейеш. Хәрәкәт ҡандың тотҡарланыуынан ҡотҡара. Ҡандың яҡшы йөрөүе арҡаһында һәр күҙәнәк һәм туҡыма тейешле микроэлементтарҙы аласаҡ. Умыртҡа бағанаһының эшмәкәрлеге лә тап хәрәкәт һөҙөмтәһенә, кәрәкле микроэлементтар менән байытылыуға бәйле.
Эшегеҙ күңелегеҙгә ятһын. Һөнәрегеҙҙе башҡарыуҙан ҡәнәғәтлек кисерәһегеҙме? Тирә-яҡ мөхитегеҙ нисек, эш шарттары һәйбәтме? Бәхетле кеше йоҡонан уяныу менән эшенә ашҡынып әҙерләнә башлай. Яратҡан шөғөлдән ҡәнәғәтлек алыу бик мөһим. Күп ваҡытыбыҙҙы үткәргән эш урынында стрестар һаулыҡты ныҡ ҡаҡшата, төрлө сирҙәрҙең баш ҡалҡытыуына сәбәпсе була. Эшегеҙ оҡшамай икән, башҡаһын эҙләгеҙ.
Ғаиләм – ҡәлғәм. Нервы системаһы сәләмәтлеген һаҡлау өсөн йортоғоҙҙа тыныс, йылы мөхит булдырығыҙ. Уңайлы, зауыҡ менән йыйыштырылған, һәйбәт мөнәсәбәт хакимлыҡ иткән йортҡа ҡайтыу шатлыҡҡа әүерелһен. Ғаилә тормошонда ҡытыршылыҡтар булғанда ла икәү-ара һөйләшеп, хәлде яҡшыртырға, аңлашырға була. Ә кисерештәреңде йәшереү, ҡәнәғәтһеҙлегеңде белдермәү сиргә юлыҡтырыуы ихтимал.
Стресҡа идара итергә өйрән. Стресс ваҡытында адреналин һәм башҡа биологик әүҙем матдәләр контролһеҙ рәүештә ҡанға бүленә. Был үҙ сиратында тамырҙарҙы ҡыҫа, һөҙөмтәлә ағзаларҙы ҡан менән тәьмин итеү боҙола. Стресҡа идара итергә өйрәнмәгәндә, бик ҡаты сирҙәргә юлығыуығыҙ ихтимал. Ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеге боҙолоуҙан алып йөрәк-ҡан тамырҙары проблемаларына тиклем.