Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Ғинуар 2020, 18:25

“ФАП-тар төҙөрбөҙ, иң мөһиме – уларҙа эшләрлек кешеләр булһын “

Тәтешле районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров урындағы эшҡыуар Камил Ибәтуллин асҡан предприятиела булды.

“МегаБит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте картография һәм топография-геодезия фотоға төшөрөүҙәре менән шөғөлләнә, муниципалитеттарҙың, агрохужалыҡтарҙың заказы буйынса эшләй. Бәләкәй предприятие алты йыл элек ошо маҡсат өсөн пилотһыҙ осоу аппараты һатып алған. Ул баҫыуҙарҙы, урмандарҙы юғарынан фотоға төшөрөү мөмкинлеген бирә. Предприятие “Роснефть”, “Башнефть”, “Транснефть”, “Лукойл” кеүек компаниялар менән хеҙмәттәшлек итә.
Тәтешлеләге йәнә бер эшҡыуар Рәүис Дилмөхәмәтов 2007 йылда буш торған етештереү биналарын һатып алып, профнастил сығарыу цехы асҡан. Бында шулай уҡ тротуар плитәләре, тимер-бетон ҡулсалар, металл черепица, теплица етештерәләр. Әле предприятиела 85 кеше эшләй, уртаса айлыҡ эш хаҡы – 25 мең һум. Былтыр 115 миллион һумлыҡ килем алғандар, саф табыш иһә – 10 миллион һумдан ашыу. Тәтешле районында 300-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеһы теркәлгән. Уларҙа ике меңгә яҡын кеше эшләй.
Һуңғы йылдарҙа Тәтешле районында бик күп социаль объекттар төҙөлгән. Үрге Тәтешле ауылында башланғыс мәктәп бинаһы балалар баҡсаһы итеп реконструкцияланған, ҡорамалдар һәм йыһаздар һатып алынған, физкультура-һауыҡтырыу комплексы файҙаланыуға тапшырылған, мәсет һалынған, ветерандар һәм етем балалар өсөн күп фатирлы биш йорт сафҡа индерелгән, балалар баҡсаһы төҙөлгән.
Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев әйтеүенсә, район үҙәгендә төп проблемаларҙың береһе – Көньяҡ-көнбайыш биҫтәлә һыу тәьминәте. Алты километрлыҡ һыу селтәрен төҙөү өсөн 8 миллион һум аҡса кәрәк. Төбәк Башлығы проектлау эштәренә аҡсала ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.
“Башлыҡ сәғәте” барышында Радий Хәбиров «Башҡортостан ихаталары” программалары буйынса башҡарылған эш, урамдарҙы яҡтыртыу менән ҡыҙыҡһынды. Муниципалитет башлығы әйтеүенсә, планлаштырылған эштәрҙең барыһы ла ваҡытында сифатлы итеп башҡарылған. Быйыл районда дүрт яңы ФАП төҙөү күҙаллана. Радий Хәбиров, медицина учреждениелары асыуҙан тыш, кадрҙар мәсьәләһенә лә ҙур иғтибар бирергә кәрәк, тип билдәләне.
– ФАП-тар төҙөрбөҙ, иң мөһиме – уларҙа эшләрлек кешеләр булһын, – тине ул. – Дөйөм алғанда, Тәтешле районы яҡшы үҫешә. Ауыл хужалығында яҡшы күрһәткестәр бар. Район һөт етештереү буйынса республикала алтынсы урынды биләй. Күркәм мәҙәниәт һарайын күреп ҡыуандым. Урындағы халыҡҡа ял итергә урын бар. Ишетеүемсә, бында балалар күпләп шөғөлләнә икән.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: