Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Ғинуар 2020, 13:00

Өс минут йөрөһәң дә...

Йәйәү йөрөү организмға нисек тәьҫир итә? Белгестәрҙең әйткәненә ҡолаҡ һалайыҡ, сәләмәт булайыҡ!

Ҡабаланмай ғына өс минут йәйәү йөрөү ҡан баҫымын көйләүгә булышлыҡ итә.
Саф һауала биш минут йөрөһәң, кәйеф күтәрелә.
Ун минут самаһы йәйәү атлау ижад итеүгә көс-дәртте арттыра.
Ашағандан һуң 15 минут йөрөһәң, ҡандағы шәкәр кимәле нормаға килә. Ә инде был шөғөлдө ярты сәғәткә тиклем арттырһағыҙ, кәүҙә һомғоллоғона, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итер.
50 йәштән һуң һәүетемсә генә 40 минут самаһы йәйәү йөрөү – йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы иң яҡшы профилактика.
Бер сәғәт, сәғәт ярымлыҡ йәйәүле сәйәхәт насар уйҙарҙан арындыра, хатта депрессия хәлендәгеләргә был сирҙән ҡотолорға ярҙам итә.
Фото: redbody.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/s-minut-y-r---d-70794/
Читайте нас: