Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
10 Ғинуар 2020, 16:47

Һинең “дошман”дарың кем?

Яңы йылда ниндәй ғәҙәттәрҙән ҡотолоу яҡшы булыр? Немец докторҙарын да тыңлап ҡарайыҡ. Улар әйтеүенсә, иммунитетты ҡаҡшатҡан алты ғәҙәт бар.

Сәләмәтлектең иң ҙур “дошманы” – тәмәке көйрәтеү, тип иҫәпләй улар. Эксперттар әйтеүенсә, тәмәке төтөнө бронхтарҙағы токсиндарҙы таҙартыусы “керпектәрҙе” зарарлай. Икенсе “дошман” - алкоголь. Уны йыш ҡулланыу организмдың вирус һәм микробтарға ҡаршы тороусанлығын кәметә.
Өсөнсө ғәҙәтте “дошман” рәтенә индереү бер аҙ һағайта, әлбиттә. Яланаяҡ йөрөү ғәҙәтен немец табиптары өнәмәй, улар әйтеүенсә, шул арҡала аяҡтар һыуына, ҡан әйләнеше боҙола.
Йоҡларға һуң ятыуҙы ла организм өсөн бик зыянлы тип иҫәпләй табиптар. Стресты еңә алмау, дөрөҫ туҡланмау шулай уҡ иммун системаһын ҡаҡшата. Ошо “дошман”дарҙың барлығын иҫтә тотоп, уларҙың һөжүменән сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлай алыу ҡулығыҙҙан киләме?
Фото: vistanews.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: