Ғалимдар ошо ихтималлыҡты асыҡлау маҡсатында 120 мең кеше тикшергән. Ашҡаҙанында һәм эсәктәрендә яман шеш булған сирлеләрҙә “bacteroidales” бактериялары бик йыш осрай икән. Был ғалимдәр төркөмө ашҡаҙан микробиомаһы менән эсәктәге яман шеш араһында бәйләнеш булыуын бынан байтаҡҡа алдараҡ асыҡлаған, әммә быны иҫбатлау мөмкинлеге яңыраҡ тыуған. Шуныһын да әйтергә кәрәк: кеше эсәгендәге микробиоманы генетика билдәләй, һәм ул ғүмер буйы үҙгәрмәй. Уға ҡайһы бер сирҙәр, антибиотиктар һәм диета ғына кире йоғонто яһай ала.