Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
26 Декабрь 2019, 13:55

Ир-егеттәрҙе һаҡлайыҡ...

Табиптар көслө заттарҙың кәрен яҡшыртыу юлдарын асыҡлаған. Бының өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Әлбиттә, иң беренсе сиратта, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға. Иң мөһиме - зыянлы ризыҡтарҙан – артыҡ майлы, тоҙло, ыҫланған аҙыҡ-түлектән баш тартырға. Уларҙы йәшелсә-емеш менән алыштырыу хәйерле. Алкоголь ҡулланыуҙы кәметергә, ә тәмәкене бөтөнләй ташларға кәрәк. Спорт менән дуҫ булыу мотлаҡ.

Белгестәр ир-егеттәрҙең кәрен яҡшыртыусы эсемлек рецептын да тәҡдим итә. Йөҙәр грамм күрәгә, ҡара емеш һәм йөҙөм кәрәк. Бер ҡалаҡ шәкәр өҫтәргә һәм бер аҙ дәрсен, кардамон, ҡәнәфер кеүек тәмләткестәр ҡушырға була. Был ҡатнашма өҫтөнә ҡыҙыл шарап ҡойорға һәм әкрен утта 30 минут башта - ҡапҡасһыҙ, һуңынан 30 минут ҡапҡас ҡаплап төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр эсергә. Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Имбирь ҙә ирҙәрҙең көсөн арттырыу һәләтенә эйә. Уны сәйгә һалырға, салатҡа ҡушырға була.
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: