Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
2 Декабрь 2019, 14:50

Һәр гражданға – сифатлы медицина ярҙамы

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “түңәрәк өҫтәл” үтте, ул республиканың 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы сиктәрендә “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделен булдырыу (“Һаҡсыл поликлиника”)” проектының үтәлешен башҡарыуға арналды.

Сараны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева алып барҙы. Комитет рәйесе Салауат Харрасов билдәләүенсә, был тема Башҡортостан Башлығының айырым күҙәтеүе аҫтында, ә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү – дәүләттең социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше.
– Проекттың төп маҡсаты – һәр гражданға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, һәр кемгә ваҡытында тейешле иғтибар биреү. “Һаҡсыл поликлиника” термины аҫтында беҙ экономиялауҙы, сығымдарҙы рациональ ҡулланыуҙы ғына күҙалламайбыҙ, ә пациенттарға ла һаҡсыл ҡарашты күҙ уңында тотабыҙ, – тине Салауат Харрасов.
Был маҡсат Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә лә аныҡ билдәләнә.
– Рәсәй парламентарийҙарына мөрәжәғәтендә Владимир Путин “Һаҡсыл поликлиника” стандарттарын ҡабул итергә һәм төбәктәрҙәге иң яҡшы тәжрибәләрҙе иҫәпкә алып, уларҙы аттестациялау ҡағиҙәләрен раҫларға ҡушты. 2021 йылдан яңы стандарттарға балалар поликлиникалары күсә, артабан – өлкәндәрҙеке. Был пилот проектын Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Росатом” дәүләт корпорацияһы менән берлектә 2016 йылдың октябренән тормошҡа ашыра, – тине Рима Үтәшева.
Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһының төп маҡсаты – клиенттарға йүнәлтелгән булыуҙа һәм һәр йәһәттән уңайлы мөхит тыуҙырыуҙа.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре, дауаханалар һәм поликлиникалар етәкселәре яңы технологияларҙы индереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, проблемаларҙы билдәләне.
#ВладимирПутин
Фото: gsrb.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: