Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
2 Декабрь 2019, 22:30

«Һаҡ булығыҙ!»

“Туҡта, ВИЧ/СПИД” бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә фәһемле осрашыу үтә.

1 декабрь донъялағы иң яман ауырыуҙарҙың береһе - СПИДҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнде. Районыбыҙҙа ла 25 ноябрҙән 1 декабргә тиклем “Туҡта, ВИЧ/СПИД” бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Ошо уңайҙан Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә ауыл фельдшеры Ләйсән Ғафуръянова менән осрашыу ойошторола.

Ләйсән Рафиҡ ҡыҙы сарала ҡатнашыусы 8-11-се калсс уҡыусылары һәм уҡытыусыларға СПИД кеүек афәттең ҡурҡыныслығын аңлатып, был сирҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереүен һөйләп, статистик мәғлүмәттәр менән таныштыра. Нисек ВИЧ менән зарарланмаҫҡа? Ниндәй хәл-шарттарҙа вирус йоғоу ихтималлығы бар? ВИЧ һәм СПИД нисек айырыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға әңгәмә барышында уҡыусылар тулы яуаптар ала.
- Тормошҡа ҡурҡыныс янаусы аяныслы хаталар яһауҙан һаҡ булығыҙ. Арағыҙҙа бер ҡасан да наркотиктарға урын булмаһын. Һәр ваҡыт файҙалы ғәмәлдәр ҡылып, сәләмәт тормош алып барып, намыҫлы, кешелекле, юғары әхлаҡлы кешеләр булығыҙ, - тип уҡыусыларға өндәшә Ләйсән Рафиҡ ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Фотолар Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе сайтынан алынды.
Читайте нас: