Шифалы матдәләргә, минералдарға бай булыуы менән ул үҙәк нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә, гемоглобинды күтәрә, ҡан баҫымын төшөрә, артыҡ кәүҙә ауырлығынан арынырға булышлыҡ итә, күп кенә инфекциянан һаҡлай, организмдың дөйөм физик хәлен яҡшырта. Гранат һуты аппетитты күтәрә, һыуһынды ҡандыра, юғары тән температураһын төшөрөргә ярҙам итә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмға артыҡ һыуҙан арынырға булышлыҡ итә, ялҡынһыныуға ҡаршы тороп, дөйөм сәләмәтлекте нығыта.
Емеше операциянан, инфекция ауырыуҙарынан һуң, ныҡ ябығыуҙан дөйөм организмды нығытыу сараһы булараҡ яҡшы. Ул йөрәк өсөн дә файҙалы. РР һәм С витаминдарына бай булыуы атеросклерозды иҫкәртергә һәм ҡан тамырҙарын нығытырға ярҙам итә. Гранат быуындарҙы ла һаҡлай. Ул һеңерҙәргә зарар килтереүсе ферменттар бүленеп сығыуҙы тотҡарлай. Бынан тыш, гранат һуты импотенцияны дауалауҙа ҡулланыла, Альцгеймер ауырыуы үҫешен тотҡарларға һәләтле.
Диетик туҡланыу өсөн дә файҙалы. 100 г емештә бөтәһе 60 ҡына ккал, ә 100 г һутында – ни бары 50 ккал. Уның составында май бөтөнләй юҡ. Шуға күрә лә еңел үҙләштерелә. Ул ғына ла түгел, организмдағы майҙарҙы тарҡата.
Гранаттың файҙалы үҙенсәлектәре күптән билдәле һәм емеш халыҡ медицинаһында әүҙем ҡулланыла. Унан шифалы эсемлектәр әҙерләргә мөмкин. Әйткәндәй, бының өсөн ҡабығы ла уңышлы файҙаланыла. Түбәндәге ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа ҡулланыу тәҡдим ителә.
Ябығыу, организмдың хәлһеҙләнеүе, иммунитет түбән булғанда.
Өлкән йәштәге кешеләр өсөн гранат айырыуса файҙалы. Ул хәл өҫтәй, көс бирә. Үҙенсәлекле витаминдарға һәм кислоталарға бай булыуы сәбәпле, ҡан тамырҙарының стенкаларын нығыта.
Әммә уның кемгәлер зыянлы булыуы ла ихтимал. Ҡайһы бер матдәләрҙең күп булыуы сәбәпле, һутын шул килеш эскәндә ашҡаҙан-эсәк трактына килешмәүе бар. Шуға күрә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, шулай уҡ эс ҡатыуҙан, аллергиянан, гастриттан интегеүселәргә бик һаҡ булырға кәрәк. Һутына һыу ҡушып ҡына эсергә, ә емешен ас ҡарынға ашауҙан тыйылырға тәҡдим ителә. Шулай уҡ уны панкреатит киҫкенләшкән ваҡытта һәм тештәрҙең эмале насар булғанда ла ҡулланырға ярамай.
Организмды гемоглобин менән байытырға гранат һуты ярҙам итер. Уны көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 30 – 40 минут алда яртышар стакан эсергә. Дауаланыу курсы – 2 – 4 ай. Һуңынан бер ай ял итеп алырға ла, тағы дауам итергә мөмкин. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: ҡайһы бер осраҡта ул эс ҡатыуына килтереүе ихтимал.
Эс ауыртыуҙан һәм эс китеүҙән
Бер ҡалаҡ киптерелгән ҡабығына бер стакан һыу ҡойоп, 10 – 15 минут ҡайнатырға. Уттан алып, таҫтамал менән урап, 2 сәғәт төнәтергә. Әҙер булғас, һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә. Бәләкәй балаларға берәр балғалаҡ та етә.
Температуранан, тымауҙан, тамаҡ ауыртыуҙан
Гранат һутына бал ҡушып эсергә мөмкин, шулай уҡ алма йә кишер һуты ла ҡушалар.
Яңылыҡ авторы: С. ЛОТФУЛЛИНА