Һуңғы ваҡытта һап-һау күренгән, ҡәҙимге тормош алып барған кешеләр ҙә ҡапыл ғына ошо сиргә тарый, яҡты донъя менән хушлаша.
Сирҙе нисек танып белергә һуң? Инсультты билдәләү өсөн түбәндәге күнекмәләрҙе эшләтеп ҡарау зарур.
Беренсенән, зыян күреүсенән йылмайыуын һорарға кәрәк. Инсульт булһа, ул быны эшләй алмаясаҡ, ауыҙының бер осо аҫҡа табан һәленгән була.
Икенсенән, ябай ғына һөйләм әйттереп ҡарарға, мәҫәлән: «Тышта ямғыр яуа». Һүҙҙәрҙе асыҡ ҡабатлай алмай икән, тимәк, инсульт осрағы.
Өсөнсөнән, ике ҡулын бер юлы күтәреүен һорағыҙ. Инсульт булһа, бер ҡулын күтәрә алмаясаҡ.
Әгәр һаналып киткән эштәрҙе башҡарыу ауырға төшһә, кисекмәҫтән «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтен саҡыртырға кәрәк.
Тағы ла телен сығарып күрһәтеүе буйынса һығымта яһарға була. Тел бер яҡҡа ҡыйшайған икән һәм дөрөҫ формала булмаһа, был да инсульт билдәһе. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ауырыуҙың билдәләрен әйтергә онотмағыҙ!
Беребеҙгә лә инсульттан һуң тормош нисек икәнен белергә яҙмаһын.