Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Сентябрь 2019, 18:14

Марсель Сәлимов менән осрашыу

Борайға Марсель Сәлимов ҡайта тигәнде ишеткәс тә күптәр уның менән осрашыуға әҙерләнә башланы. Шулай булмай, үҙебеҙҙеке бит ул. Нәҡ беҙҙеңсә һөйләшә, үҙебеҙсә шаяра, үҙебеҙсә генә итеп яраттыра торған кеше ул.

Ҡайтыуының беренсе сәғәттәрен әҙип, ғәҙәттәгесә, тыуған ауылы Сәйет-Көрйәнән башланы. Унда уның беренсе тәпәй баҫҡан эҙҙәрен, беренсе шуҡлыҡтарын һаҡлаған, беренсе ижад емештәре донъя күргән тыуған йорто бар. Бик күп йылдар буш торһа ла, һаман үҙенә саҡыра, һаман һағындыра ул. Тыуған йортонда булып, күршеләренең хәлен белешкәс, Марсель Сәлимов күрше Таңатар ауылында уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ауыл халҡы менән осрашты. Китапханасы Лилиә Арысланова әҙерләгән күргәҙмәне күреп, автор тыуған яғында уның ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булыуына һөйөнөсөн белдерҙе.

Артабан әҙип менән осрашыу район үҙәк китапханаһында дауам итте. Бирелә уны ижадын үҙ итеүселәр көтөп тора ине. Осрашыу башында үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Миләүшә Йәнгированың: “Өфөгә барғас, әҙәби даирәлә яҡташыбыҙ тип барып өндәшер берҙән-бер кешебеҙ — Һеҙ”, — тиеүе Марсель Сәлимовтың борайҙар өсөн ни тиклем яҡын кеше һәм ышаныслы дуҫ булыуын йәнә бер тапҡыр иҫбатлай түгелме?

Йыл һайын шулай бер ҡайтып, һағыныуҙарға тулған күңелен бушатып китергә күнеккән Марсель ағай быйыл да бер ҡосаҡ шиғырҙарын тейәп ҡайтҡан. Уларҙы уҡыған сағында ла, 70 йәше уңайынан Мәскәүҙә үткән ижад кисәһе тураһында һөйләгәндә лә уның тыуған яғына булған ихтирамы, яратыуы асыҡ сағылды.

Әҙип район китапханаһына яңы дүрт китабын бүләк итте. Уларҙы тапшырғанда: “Мин бер ҡасан да нисә китап сығарыуым менән маһайманым. Һан артынан ҡыуманым. Миңә беренсе сиратта китаптың эсе, йәғни сифаты ҡыҙыҡһындырҙы”, — тиеүе уның бик күп исемдәргә лайыҡ булып, донъя күләмендә билдәле шәхес булһа ла, һаман үҙ ижадына тәнҡит менән ҡарауына ишаралай. Яңы йыйынтыҡтары араһынан береһенең “Һайлап алынғандарға һайланмалар” тип аталыуы осрашыуға килеүселәрҙе таң ҡалдырҙы. Уның үҙенең дә Хоҙай тарафынан һайлап алынғандар рәтендә булыуына шик юк.


Венера Арысланова
Читайте нас: