Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
24 Сентябрь 2019, 16:53

Ҡышлауйылға ФАП-ында йылы һәм уңайлы

Кисә республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, муниципалитеттарҙа йылылыҡ миҙгеле старт алды. Һауа температураһының түбәнәйеүе сәбәпле, социаль объекттарға, күп фатирлы йорттарға йылы бирелде.

Асҡын районының Ҡышлауйылға фельдшер-акушерлыҡ пунктында ла кисәнән башлап йылы. Мөдир, фельдшер Оксана Әхмәтова әйтеүенсә, медицина учреждениеһы ҡышҡа әҙер. Бирелә бина электр менән йылытыла. Күптән түгел фельдшер-акушерлыҡ пунктының тышҡы яғы буятылған. Уны Асҡын район үҙәк дауаханаһы эшселәре башҡарған. Ә яҙын процедуралар бүлмәһенең стеналары буятылған.

— Мин бирелә 2011 йылдан башлап эшләйем. Барлығы 400-ҙән артыҡ кешене хеҙмәтләндерәм. Шуларҙың 80-гә яҡыны балалар. Әлеге ваҡытта ололарға, балаларға грипҡа ҡаршы прививкалар ҡуям, — тип һөйләне Оксана Фәйез ҡыҙы.
Читайте нас: