Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
20 Сентябрь 2019, 13:37

Тәпәй баҫҡан төйәгендә төпләнеп

Райондың Ҡыйғаҙы ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы төҙөлгән. Әлбиттә, бөгөн урындағылар ғына түгел, күрше ауылдар халҡы ла бында килеп медицина хеҙмәте ала.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты кәрәкле заманса медицина ҡора­малдары менән йыһазланды­рылған, бында һыуыҡ һәм эҫе һыу, йылылыҡ үткән. Ҡыйғаҙыла әле 600-гә яҡын кеше йәшәй, балалар һаны ла бермә-бер арта – бөгөн 70-кә яҡын.


Йәштәр ҙә тыуған ауылында төпләнеүҙе хуп күрә. Мәҫәлән, ошо ауыл егете Рәмил Нурмөхәмәтов быйыл Бөрө медицина-фармацевтика колледжының дауалау факультетын тамамлап, төйәгенә эшкә ҡайтҡан. Тәүге хеҙмәт сыны­ғыуын тәпәй баҫҡан төйәген­дә башлауына һис кенә лә үкенмәй.


– Медицина тармағын күптәр ауыр, ҡатмарлы тип һанай, әммә миңә оҡшай. Шуға ла мәктәптән һуң ҡайҙа барырға, кем булырға, тип уйланып йөрөмәнем, тура медицина колледжына уҡырға бар­ҙым, – ти ауыл фельдшеры Рәмил Фәнғәт улы. – Йәш белгестәргә “Ауыл фельдшеры” республика программаһы нигеҙендә күрһә­телгән ярҙамды ла бик ваҡытлы тип иҫәпләйем. Ул ауылдарҙы медицина хеҙмәткәр­ҙәре менән тәьмин итеүгә булышасаҡ.


Рәмил Нурмөхәмәтов “Ауыл табибы” программаһына ярашлы, 500 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Әле уңған, тырыш егет ауылында йорт күтәрә, киләсәктә белемен камиллаштырыу маҡсатында юғары белем алырға йыйына.


Асҡын районы.

Автор: Самат ҒӘЛИН
Читайте нас: