Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Сентябрь 2019, 16:59

Һеҙ киҙеүгә ҡаршы прививка яһаттығыҙмы?

Ҡаҙансы ағинәйҙәре грипп һәм ОРВИ-ға ҡаршы дәррәү прививка яһатты.

Ҡаҙансы ағинәйҙәре үҙҙәренең әүҙемлеге менән әленән-әле һоҡландырып ҡына тора. Бына бөгөн дә улар бергәләп Ҡаҙансы табип амбулаторияһына барып, грипп һәм ОРВИ-ға ҡаршы прививка эшләткән.

— Ҡаҙансы табип амбулаторияһы Иҫке Ҡаҙансы, Урманкүл, Башҡортостан ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Йыл да вакцинация кампанияһында әүҙем ҡатнашабыҙ. Яңы ғына 50 доза вакцина алып ҡайтҡайным, бына бер аҙна эсендә 40-ын ҡаҙаным да инде. Халыҡ әүҙем килә, бигерәк тә ололар был эшкә яуаплы ҡарай. Яҡын көндәрҙә балалар өсөн вакцина алып ҡайтам. Уҡытыусылар коллективы ла йыл да прививка яһата торғайны. Быйыл да ситтә ҡалмаҫтар, — ти фельдшер Ләйсән Ғафуръянова.



Теманы дауам итеп...

Һеҙ киҙеүгә ҡаршы прививка яһаттығыҙмы? Сирҙәр миҙгеле етеп килә бит.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин иһә үҙенә 4 сентябрҙә үк эшләткән.

– 4 сентябрҙә Бөтә Рәсәй киҙеүгә ҡаршы вакцинация кампанияһы башланды. Республикаға яңы төр вакцина килтерелде. Яҡшы сифатлы был вакцина федераль бюджет иҫәбенә алынды. Уның өҫтәмә насар реакциялары юҡ. Беҙ республика халҡының 45 процентына прививка яһатырға планлаштырабыҙ, – тине ул.


45 процент – ул 1,8 миллион өлкән кеше һәм 400 мең самаһы бала тигән һүҙ. Тәү сиратта үпкә сирҙәре менән интеккән балалар, 60 йәштән өлкәнерәктәр вакцинацияланасаҡ. Бынан тыш тәүгеләрҙән булып мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә эшләгәндәргә прививка яһатыласаҡ.


– Мин бөтәһенә лә прививка яһатырға тәҡдим итәм. Вакциналар әле медицина учреждениеларына таратып бирелде. Һәр муниципалитетта махсус бригадалар булдырҙыҡ. Барлығы – 813. Бынан тыш “Сәләмәт поезд – сәләмәт төбәк” акциялары сиктәрендә ҙур ауылдарға сығыу ҙа планлаштырыла, – тине Максим Забелин.
Читайте нас: