Өфөлә 15 кеше шаурма ашап ағыуланған, дүртәүһе ауыр хәлдә. Ағыуланыусылар араһында бәлиғ булмағандар ҙа бар. Шуныһы билдәле: уларҙы Сипайлово биҫтәһендәге кибеттә яһап һатҡандар. Етмәһә, кибеттә шәхси эшҡыуар тигән документтар ҙа юҡ. Ашнаҡсыһы ҡулға алынған, ул – яҡын көнсығыштан килгән әҙәм. Әлеге мәлдә Роспотребнадзор эпидтикшереү алып бара, һөҙөмтәләр буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк.