Проекттың маҡсаты – халыҡтың сәләмәтлеген ҡаҡшатҡан гиподинамияға, аҙ хәрәкәтләнеүгә ҡаршы көрәш. Осрашыу мәлендә һәр кем табиптарға теләгән һорауын бирә алды.
Кисә ойошторолған сарала Асҡын үҙәк район дауаханаһы табип-педиатры, профилактика эше буйынса яуаплы Гөлнара Насртдинова, ойоштороу-методик бүлек мөдире Виолетта Негара ҡатнашты.
“Халыҡ беҙҙең акцияны ихлас ҡабул итте. Хәҙер улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Бындай саралар кәрәк тигән уйҙабыҙ”, – тине Гөлнара Ғилмулла ҡыҙы.