Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Апрель 2019, 12:42

Бөрөлә йәшәүсе Гүзәл Вәлиева — йылдың иң яҡшы табибы



Бөрө үҙәк район дауаханаһы ҡарамағындағы бала табыу бүлеге 2011 йылдан республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары өсөн икенсе дәрәжәләге район-ара перинаталь үҙәк функцияһын башҡара. Медицина учреждениеһы урындағы халыҡтан тыш Асҡын, Балтас, Борай, Ҡариҙел, Мишкә райондарының ҡатын-ҡыҙҙарын һәм яңы тыуған сабыйҙарҙы хеҙмəтлəндерə.

Шуға күрә бындағы акушер-табиптарға һәм санитарҙарға бер ниндәй ҙә ял һәм байрам юҡ. Улар тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында кәрәкле кешеләр һанала. Шуныһы ҡыуаныслы, күптән түгел тап ошо үҙәк мөдире Гүзәл Вәлиева “Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсында еңеп, иң яҡшы акушер-гинеколог тигән юғары баһаға лайыҡ булды.

Гүзәл Ҡәүи ҡыҙы Балтас районы Һәйтәк ауылында тыуып үҫә. Атаһы Ҡәүи Ғабдрахман улын районда белмәгән кеше булмағандыр. Ул ғүмер буйы Һәйтәк ауылы дауаханаһының баш табибы, хирург булып эшләй. 70 йәшкә тиклем яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, яҡташтарының һаулығын ҡайғырта. Әсәһе Лида Әхнәф ҡыҙы ла хаҡлы ялға тиклем дауаханала табип-эпидемиолог булып эшләй. Ошондай эшһөйәр, татыу ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән Гүзәл дә ата-әсәһенең юлын һайлай. Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын һәм ординатураны тамамлай. Хеҙмәт юлын Бөрө ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушер – гинеколог булып башлай.

Бөгөн юғары категориялы табип практикала ҡулланылған оператив эш методтарының һәр береһен яҡшы белә. Йөклөлөктөң тәүге стадияһында уҡ дөрөҫ диагноз ҡуйыусы булараҡ та хөрмәт итәләр уны. Төбәктә ауырыу балалар тыуыуы кәмеү быға асыҡ миҫал булып тора.

Бүлек мөдиренең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бала табыу йортонда кадрҙар мәсьәләһе лә уңышлы хәл ителгән. Неонатология буйынса анестезиолог-реаниматолог штаты булдырылған. Ул тәүлек әйләнәһенә дежур итә. Үҙәктә перинаталь диагностика кабинеты ла уңышлы эшләй. Биш йыл эсендә унда 7780 йөклөлөк тикшерелгән. Улар араһынан 130 ҡатын-ҡыҙ хәүефлеләр рәтенә ингән, биш Даун синдромы, бер бик һирәк осрай торған хромосома аномалияһы, 79 ВПР асыҡланған. Бындай диагностика ауырыу балаларҙың тыуыуын алдан хәбәр итә, йөклөләрҙең һәм уларҙың ҡарынындағы сабыйҙың сәләмәтлеген нығытыу өҫтөндә эшләү юлдарын асыҡлай.

Шулай уҡ перинаталь үҙәктә һәр яңы тыуған бала нәҫелдән килгән ауырыуҙарға ҡарата тикшеренеү үтә. Неонаталь скрининг гипотиреоз, адреногениталь синдромы, муковисцидоз, фенилкетонурия, галактоземия кеүек ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға һәм инвалид тыуыуы ихтимал булған баланы алдан ҡурсаларға ярҙам итә. Неонатология хеҙмәтләндереүе һөҙөмтәһендә төбәктә перинаталь һәм неонаталь үлем осраҡтары ла ҡырҡа кәмегән.

Бала табыу йортоноң акушер бүлегендә ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың “Амальтея” сәләмәтлек мәктәбе лә ойошторолған һәм һөҙөмтәле эшләп килә. Һайлаған һөнәренә тоғро табип раҫланған программа буйынса башлыса йөклөлөктөң икенсе яртыһында барлыҡҡа килгән өҙлөгөү профилактикаһы буйынса эштәр алып бара. Ғаиләлә сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалай. Ҡатын-ҡыҙҙарға планлаштырылмаған йөклөлөктән һаҡланыу саралары тураһында һөйләй. Ҡыҫҡаһы, Гүзәл Ҡәүи ҡыҙы етәкләгән перинаталь үҙәк ауырлы һәм бала тапҡан ҡатындарға, яңы тыуған сабыйҙарға яҡшы медицина хеҙмәте күрһәтә.

“Буласаҡ әсәйҙәр өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған бында. Заманса ҡорамалдар, аппараттар менән йыһазландырылған. Ләкин бала табыу йортоноң 1956 йылда төҙөлгән иҫке бинала урынлашыуы ғына күңелде ҡыра. Республика хөкүмәте тарафынан ҡалала заманса йыһазландырылған ҙур перинаталь үҙәк төҙөү планлаштырылған. Түҙемһеҙләнеп был проекттың тормошҡа ашыуын көтәбеҙ. Буласаҡ әсәйҙәрҙең заман талаптарына яуап биргән яңы яҡты бала табыу йортона килеүҙәрен теләр инем. Шулай ҙа иң мөһиме – донъяға көтөп алынған балалар тыуһын», – ти Гүзәл Вәлиева

Эйе, 20 йылдан ашыу иң изге эште башҡарған Гүзәл Ҡәүи ҡыҙы донъяға ауаз һалған күпме балаға кендек инәһе булған икән! Иҫәбе лә юҡтыр. Ә 12 йыл мөдир булып эшләү дәүерендә хеҙмәттәштәре араһында намыҫлы етәксе, ә пациенттары өсөн хөрмәтле табип булып танылды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың Гүзәл Ҡәүи ҡыҙына ҡарата әйтелгән йылы һүҙҙәрен, рәхмәттәрен йыш ишетергә тура килә ҡалала. Өлкәне менән дә, йәше менән дә тиҙ арала уртаҡ тел таба белгән, табиптарға хас деонтология һәм этика ҡағиҙәләрен яҡшы үҙләштергән, хәл иткес осраҡтарҙа тиҙ арала ҡатмарлы мәсьәләне сисеү юлдарын таба белгән табипҡа һоҡланмай мөмкин түгел.

Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар исеменән Гүзәл Вәлиеваны ҙур еңеүе менән ихлас ҡотлап, алдағы тормошонда һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: