Ҡариҙелдәрҙең иҫендәлер әле, бынан ике-өс йыл элек кенә район поликлиникаһында регистратуранан уҡ ҙур сираттар башлана ине. Терапевҡа инер өсөн ярты көн үтә, ә анализдарҙы биреү бөтөнләй икенсе көнгә ҡала ине. Был проблема этаплап хәл ителде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә регистратура эше яҡшыртылды, яңы принциптар индерелде.
Ҡабул ителгән сараларҙың һөҙөмтәлелегенә район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин да инанды. Ул күптән түгел эш сәфәре менән дауаханаға килде.
Хеҙмәткәрҙәр аңлатыуынса, хәҙер регистратурала сираттар бөтөнләй юҡ тиерлек. Халыҡ табиптарға һәм тар белгестәргә телефон йәки интернет аша яҙылырға өйрәнеп бара.
Поликлиниканың икенсе ҡатын кабинеттарҙан бушатыу ҙа бинаның иркенәйеп ҡалыуына булышлыҡ итте. Үткән йыл стоматология кабинеттары иркен бүлмәләргә күсерелде, хәҙер балалар ҙа айырым кабинетта ҡабул ителәсәк.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына мөрәжәғәт иткән гүзәл заттар өсөн дә өҫтәмә уңайлыҡтар тыуҙырылды. Элек төрлө кабинеттарҙа йөрөргә, тикшеренеү өсөн дауахананың икенсе корпусына барырға тура килһә, хәҙер быларҙың барыһы ла бер урында башҡарыла. Диагностика бинаһының икенсе ҡатында (шунда бала табыу йорто урынлашҡан) хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ҡабул ителә һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Ҡабул итеү кабинеты, бәләкәй операция яһау, табип бүлмәләре барыһы ла бер ерҙә урынлашҡан.
Илдар Вил улы дауахананың баш табибы Юнир Ғәлин һәм өлкән шәфҡәт туташы Лилиә Ғарифуллина менән бүлек кабинеттарын ҡарап сыҡты.
Бала табыу бүлегендә әсәйҙәр һәм сабыйҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылған, өҙлөгөүҙәр, йөклөлөк патологиялары өсөн палаталар, уңайлы аҙыҡ-түлек блогы, процедуралар кабинеты, ашығыс бала тыуҙырыу өсөн диагностика ҡорамалы һәм акушер персоналы бар.
Район хакимиәте башлығы хирургия бүлегендә ауырыуҙар менән аралашты, дауалау шарттары, туҡланыу сифаты, дарыуҙар менән тәьмин ителгәнлек менән ҡыҙыҡһынды. Гинекология бүлегенән бушатылған бүлмәләр хирургияға күскән, унда айырым яралар бәйләү бүлмәһе һәм өҫтәмә палата урынлашҡан.
Иң күп пациенттар дауахананың терапия бүлегендә булып сыҡты. Барлыҡ палаталар ҙа тулы ине. Бирелә персоналға эш етерлек. Улар һәр ауырыуға тейешле иғтибар һәм кәрәкле ярҙам күрһәтергә тырыша. Дарыуҙар етерлек, барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.
Дауахананың стационар бүлеге лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Хакимиәт башлығы медицина персоналы менән аралашты. Бүлек мөдире менән әңгәмәләшкәндә уның торлаҡҡа мохтаж булыуын белде. Илдар Вил улы ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе һәм был проблеманы оҙаҡҡа һуҙмай хәл итергә ҡушты.
Шулай уҡ делегация наркология бүлегендә лә булды, паллиатив палаталарҙы ҡараны.
Баш табиб Юнир Ғәлин дауахана бүлектәре һәм поликлиника буйынса экскурсия үткәрҙе (һүрәттә). Ул район хакимиәте башлығы яғынан ярҙам талап иткән мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтте. Иң мөһиме — дауахана өҙөклөкһөҙ эшләй һәм халыҡҡа кәрәкле медицина ярҙамын күрһәтә, тип билдәләне баш табиб.
Дауаханала әлеге көндә медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу буйынса ойоштороу саралары күрелгән, балаларҙың, эшкә яраҡлы халыҡтың үлем осраҡтарын кәметеү буйынса “Юл карталары” төҙөлгән. Алкоголизмды профилактикалау, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу буйынса саралар үткәрелә. Ике фельдшер-акушерлыҡ пунктында йылылыҡ системаһына ремонт эшләнгән. Ике пунктты алдан ремонт эшләп, икенсе бинаға күсереү планлаштырыла.
Илдар Ғарифуллин табиптар кабинеттарын, терапия, хирургия, акушерлыҡ һәм башҡа биналарҙы ҡараны. Уға сирҙәрҙе диагностикалау өсөн ҡулланылған заманса ҡорамалды күрһәттеләр. Юнир Ғәлин киләсәккә пландар тураһында һөйләне. Ул ҡайһы бер биналарға ремонт талап ителеүен, диагностика ҡорамалдары һәм пациенттарға уңайлы булһын өсөн йыһаз алырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Район хакимиәте башлығы дауаханалағы осрашыуҙың мөһимлеген, “ауыртҡан урындар”ҙы асыҡларға һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табырға ярҙам итәсәген белдерҙе.
Район хакимиәте сайты материалдары ҡулланылды.