Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Ноябрь 2018, 13:26

Балтас районының Сәйтәк урта мәктәбендә “Тәмәкенән баш тартыу көнө” акцияһы үтте

Профилактик сара үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, уҡыусыларҙа үҙ сәләмәтлектәре өсөн яуаплылыҡ, тәмәке тартыуға кире мөнәсәбәт тәрбиәләү, тәмәкенең зыяны тураһында белемдәрен арттырыу маҡсатында ойошторолдо.

Балаларҙы тәмәкегә беренсе тапҡыр үрелгәнсе үк был зыянлы ғәҙәткә ҡаршы торорға өйрәтергә кәрәк. Шуға ла акцияны үткәреүгә мәктәптә ҙур иғтибар бүленде. Был көндө дәрестәр алдынан дөйөм мәктәп линейкаһында акция асыҡ тип иғлан ителде. Артабан иртәнге зарядка ойоштролдо. Көн дауамында балалар иғтибарына бик күп файҙалы мәғлүмәт — алдан әҙерләнгән плакаттар, коллаждар тәҡдим ителде. Схема һәм һүрәттәрҙә тәмәке тартыу зыяны һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барыу файҙаһы асыҡ сағылдырылғайны. Тәнәфестәрҙә балалар тәмәкенең зыяны тураһында видеороликтар ҡараны. “Тәмәке һәм алкоголь зыяны” тип аталған электрон тесттар уҡыусыларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Өлкән кластарҙан барлығы 14 уҡыусы унда ҡатнашып, белемен тикшерҙе. Балалар шулай уҡ тәмәке тартыуға ҡаршы үҙенсәлекле тауыш биреүҙә ҡатнашты: был проблемаға үҙҙәренең мөнәсәбәтен күрһәтеп, ҡулдарына төҫлө таҫмалар бәйләп йөрөнө. Әлбиттә, насар ғәҙәттәргә ҡаршылыҡты белдергән һары таҫма был көндө популяр булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында зәңгәр таҫма тағыусылар ҙа булды. Был төҫ киләсәктә уларҙың тәмәке тартыу ихтималлығын күрһәтә ине. Ә бына 4-се--9-сы класс уҡыусылары өсөн ойошторолған викторина “Мин бер ҡасан да тәмәке тартмайым” тип аталды. Сара дауамында балалар һорауҙарға яуап бирҙе, буталсыҡ биремдәр үтәп, хәрефтәрҙән сәләмәтлек тураһында мәҡәлдәр төҙөнө.
Башланғыс класс уҡыусылары менән дә төрлө саралар үткәрелде. Өсөнсөләр тәмәке зарары тураһында листовкалар таратты. Балалар шул уҡ темаға һүрәттәр конкурсында ҡатнашты. Акцияны йомғаҡлап, линейка үткәрелде. Йәш тамашасылар иғтибарына сәхнә күренеше лә тәҡдим ителде. Уҡыусылар тәмәкенең зыяны тураһында шиғырҙар уҡыны.
Тәмәкенән баш тартыу көнө акцияһында ҡатнашыусылар Сәйтәк ауылында йәшәүселәргә лә мөрәжәғәт итте. Уҡыусылар уларға тәмәке зыяны тураһында һөйләне, листовкалар таратты, ҡулдарына таҫмалар бәйләне. Акция барыһына ла оҡшаны.
Инзилә Сафина,
Сәйтәк урта мәктәбенең башланғыс класстар уҡытыусыһы.
Читайте нас: