Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Ноябрь 2018, 13:08

Һәр минут ҡәҙерле

Республика ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы һәм Республика медицина иҫкәртеү үҙәге неврологтарының һәр кем белергә тейешле саралар тураһындағы белешмәһе менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Ул “Һәр сәғәт, һәр минут ҡәҙерле!” тип атала.

Инсультҡа килтергән хәүефле фак­тор­ҙар: артериаль ҡан баҫымының юғарылығы, гиподинамия (аҙ хәрә­кәтләнеү), тәмәке тартыу, алкоголь менән мауығыу, дөрөҫ туҡлан­мау, стресс. Ошо сәбәптәр арҡаһында инсульт бөтә донъяла эпидемия масштабына саҡлы үҫеште. Рәсәйҙә лә инсульт һөҙөмтәһендәге үлем осраҡтары бик юғары. Милли инсульт регистры мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ошо ауырыуҙы кисергән кешеләрҙең 31 проценты башҡалар ярҙамына мохтаж, 20 проценты үҙаллы йөрөүҙән мәхрүм, ни бары һигеҙ проценты ғына элекке хеҙмәтенә әйләнеп ҡайта.
Сирҙең билдәләре төрлө: телмәр­ҙең боҙолоуы йәки уны аңламау, ҡул йә иһә аяҡтарҙың ҡапыл хәлһеҙ­ләнеүе, биттең ярты өлөшөнөң ойоуы, күҙгә ҡуш булып күренеү, хәрәкәт коорди­нацияһы боҙолоуы. Ауырыу кеше аңын юғалтыуы ихтимал.
Әгәр ҙә ошондай билдәләрҙе үҙе­геҙҙә йәки яҡындарығыҙҙа тояһығыҙ икән, кисекмәҫтән “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Сирҙең “үҙенән-үҙе үтеүенә” өмөтләнмәгеҙ. Был осраҡта бары табип ҡына һеҙгә ярҙам итә ала. Тәүге өс сәғәттә дауалау саралары тәьҫирле буласаҡ. Бындай хәүефле осраҡта һәр минут ҡәҙерле.
Сирҙе иҫкәртеүҙең иң ябай ысулы: йәш саҡтан уҡ уның үҫешенә бу­лышҡан хәүефле факторҙарҙы асыҡ­лау һәм контролләү. Ҡан баҫымың юғары түгелме, йөрәк сирҙәре йонсотмаймы, холестерин һәм глюкоза кимәле нормаламы, ауырлығың күпме, етерлек хәрәкәтләнәһеңме-юҡмы, емеш-еләк, йәшелсәне кәрә­генсә ҡулланаһыңмы, стрестарға бирешмәйһеңме, сәләмәт тормош алып бараһыңмы — ошо һорауҙарға яуаптарҙан да тейешле һығымта яһарға мөмкин.
Автор: Л. СӘЛИМОВА, кардиолог
Фото: pixabay.ru
http://bashgazet.ru/zdorove-vsem/32840-r-minut-erle.html