Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Июнь 2018, 18:09

Балтастар табип Светлана Әхкәмованан уңған

Дауаланыуҙың һөҙөмтәһе табиптың яҡшы мөғәмәләһенә бәйле булыуын күптәндән иҫбат иткәндәр. Үҙәк район дауаханаһында дерматолог булып эшләгән Светлана Әхкәмова һәр ауырыуға иғтибарлы, эшенә яуаплы булыуы менән хөрмәткә лайыҡ.

Светлана Нәфис ҡыҙы матур тәбиғәтле Көнтүгеш ауылында донъяға килә. Бирелә һанаулы йылдар йәшәүенә ҡарамаҫтан, Светлана тыуған ауылы хаҡында йылы иҫтәлектәр менән йәшәй. Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбен яҡшы билдәләргә тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина университетына юллана. Ауырыуҙарға ярҙам ҡулы һуҙыу Светлананың булмышына һалынған. Мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек хисе — уның төп сифаттары. Һөнәр үҙләштергәндән һуң, ул районға эшкә ҡайта. Үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында дерматовенеролог вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Эшкә килгәндән алып үҙен яуаплы белгес итеп таныта. Һуңғы ваҡытта тире сирҙәренең айырыуса күбәйеп китеүенә борсола табип. Дөрөҫ туҡланмау, экологик шарттар, тәртипһеҙ йәшәү рәүеше алып барыу быға сәбәпсе булып тороуын билдәләй ул.

— Тәртипһеҙ енси мөнәсәбәттәр алып барған осраҡта ҡурҡыныс сирҙәр барлыҡҡа килә. Шунлыҡтан, бындай аяныслы хәлдәргә тарымаҫ өсөн айыҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк. Ауырыуҙарҙың оҙаҡ йылдар табипҡа мөрәжәғәт итмәй, үҙҙәрен дауалаған осраҡтары бар. Белмәй тороп, төрлө дарыуҙар ҡулланалар. Ә был, үҙ сиратында, сирҙең тағы ла аҙыуына килтерә, — ти Светлана Нәфис ҡыҙы. — Тән тиреһенең таҙа булыуы — сәләмәтлек билдәһе. Шунлыҡтан, ул даими тәрбиәгә мохтаж. Сәләмәтлегегеҙгә битараф булмағыҙ!

Һәр пациентын йылы ҡараш менән ҡаршы ала ул. Иғтибар менән тыңлап, дауалау үткәрә. Бала саҡ дуҫым булараҡ, мин уның бик яҡшы ҡатын, хәстәрлекле әсә, сабыр килен булыуын да беләм. Төп йортта барыһын да “ҡанат аҫтына йыйып” йәшәй ул. Баҡсасылыҡ менән ихлас шөғөлләнә. Күңеле тик изгелектә, шуға ла үҙен барыһы ла ярата.

Рифинә Ниғәмәева.
Читайте нас: