Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Февраль 2018, 14:33

Йәнде лә, тәнде лә дауалай

Балалар поликлиникаһына яҡынлашҡан һайын илашҡан, сабыйҙарҙың көйһөҙләнгән тауыштары ишетелер инде, тигән борсолоуым арта. Ишек шаҡырға баҙнат итмәй бер аҙ кѳтѳп торҙом.

Балалар ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә күпселеге табипҡа килгәндә ошондай хис-тойғолар кисерә. Әммә был юлы табип кабинетындағы тыныслыҡ берҙән, ғәжәпләндерһә, икенсенән, ҡыуандырҙы. Бының сере ябай — үҙ эшенә ғашиҡ йәш педиатр Регина Ғәлиева ҡабул итә. Хеҙмәт юлын яңы ғына башлауға ҡарамаҫтан, ата-әсәләр араһында абруй ҡаҙанып ѳлгѳргән.
Регина Ирек ҡыҙы Борайҙа тыуып үҫкән. Өфө дәүләт медицина университетын тамамлағас, 2017 йылда ҡулына диплом алған ҡыҙ дәртләнеп тыуған районына эшкә ҡайта. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен яҡшы белгес, изге йѳрәкле табип итеп күрһәтеп ѳлгѳрә.
Уның эшен поликлиника мөдире Радик Хәсәнов та ыңғай баһалап, фекерҙәре менән уртаҡлашты: «Поликлиникала йәштәр байтаҡ. Регина Ирек ҡыҙы яҡшы эшләй, тырыш. Волейбол, еңел атлетика кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. Беҙҙә лә кадрҙар олоғая, йәш алмаш кәрәк. Регина Ирек ҡыҙы кеүек йәштәребеҙ эшкә күберәк килһен ине. Беҙҙең поликлиникала эш урындары ла, шарттар ҙа бар».
Үҙенең һѳнәре тураһында йәш табип түбәндәгеләрҙе һѳйләне:
— Балалар менән эшләүе ауыр, әммә ҡыҙыҡлы. Әңгәмәләр, ѳгѳтләүҙәр... Дауаланыусы үҙен иркен тотһон, ҡурҡмаһын ѳсѳн яҡшы психолог та булырға кәрәк. Ә иң мѳһиме — үҙеңде тыныс тотоу. Был торош балаларға ла ныҡ тәьҫир итә. Уларҙың һәр береһенә йылы һүҙ табырға, йыуатырға тырышам.
Регина Ғәлиеваға шәфҡәт туташы Рания Ғәлина ярҙам итә. Улар бер-береһен аңлап, татыу эшләй. Дауаланырға килгән йәш пациенттар бында тән дауаһы ғына түгел, ә күңелдәрен дә тынысландырып, ҡәнәғәт булып ҡайта.
Зөһрә Асылаева,
Шабай мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: