Асҡын районының Ҡыйғаҙы ауылында «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тораҡ пунктында 600-ләгән кеше йәшәй. Фельдшер-акушерлыҡ пункты кәрәкле ҡорамалдар, һығынты, бактерицид лампалар менән йыһазландырылған, пунктҡа һыуыҡ һәм эҫе һыу, йылы үткән. Унда квалификациялы белгестәр эшләйәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.