Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Сентябрь 2017, 14:06

Йәш фельдшер Рәмил Нурмөхәмәтов

Асҡын районы Ҡыйғаҙы ауылы егете Рәмил Нурмөхәмәтов быйыл Бөрө медицина-фармацевтика колледжының дауалау факультетын тамамлаған.

Асҡын районы Ҡыйғаҙы ауылы егете Рәмил Нурмөхәмәтов быйыл Бөрө медицина-фармацевтика колледжының дауалау факультетын тамамлаған. Ул хеҙмәт юлын Ҡышлауйылға ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктында башлай. «Был һөнәрҙе һайлауыма һис кенә лә үкенмәйем. Йәш белгестәргә «Ауыл фельдшеры» республика программаһы сиктәрендә күрһәтелгән ярҙамды ла бик ваҡытлы, тип иҫәпләйем. Ул ауылдарҙы медицина хеҙмәткәрҙәре менән дә тәьмин итергә булышлыҡ итер», — ти Рәмил.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: