Балтаста «Династия» профилактика үҙәге асылды
Медицина өлкәһендә 25 йылдан артыҡ ғүмерен райондаштарына игелекле хеҙмәт күрһәткән Лилиә һәм Илмир Ҡаһировтар инициативаһы менән медицина үҙәге асылды. Балтастарҙың шатлығын район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Фирдәүес Рәхимов, республиканың Мәжбүри медицина страховкалауы фонды директоры урынбаҫары, райондашыбыҙ Любовь Зуева, райондың Почетлы гражданы, хеҙмәт ветераны Ғафуръян Фәтхуллин уртаҡлашты.
Любовь Пертовна белдереүенсә, республикабыҙҙа ҡырыҡтан артыҡ шәхси медицина клиникаһы иҫәпләнә. Шулар араһында Балтас ерендә асылған «Династия» үҙәге — профилактикалау йүнәлешендә эшләйәсәк беренсе үҙәк. Уның директоры Лилиә Ҡаһирова: «Һәр кеше сәләмәт булырға тейеш. Альтернатив медицина — ваҡыт талабы. Беҙ ошонан сығып эш иттек. Пациенттарыбыҙға заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы медицина хеҙмәттәре күрһәтербеҙ», — тине.
Ал таҫма киҫелгәндән һуң, ҡунаҡтар эскә үтеп, биреләге шарттар, мөмкинлектәр менән танышты. 9 августан башлап күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең чектары буйынса лотерея ла уйнатылды. Төп приз — «Династия»ның картаһы Иҫке Балтаста йәшәүсе Флүрә Сафинаға сыҡты. «Бындай үҙәк асылыуына бөтәһе лә ҡыуаналыр, сөнки үҙәк район дауаханаһында белгестәргә һәр ваҡыт сират ҙур. «Династия» уңышлы эшләр һәм халыҡҡа оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәт итер, тип ышанам. Бирелә көс һаласаҡ персоналға сәләмәтлек теләйем», — тине ул икеләтә шатлыҡ кисереп.
Ҡаһировтарҙың үҙәктәрен «Династия» тип атауы осраҡлы түгел. Был ғаиләлә ике яҡтан да ундан артыҡ кеше табип һәм урта медицина хеҙмәткәре белгеслеген һайлап, оҙаҡ йылдар дауамында райондарында уңышлы эшләй.
Тантаны район Мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы Камилә Халиҡова етәкләгән «Етегән шишмә» халыҡ фольклор ансамбле сығышы биҙәне.