Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Июнь 2017, 16:57

Аҡ халатлы, аҡ күңелле

Мең төрлө сырхауҙарға дауа тапҡан, үлем менән көрәшеп ятыусыла өмөт уята алған, күпме кеше ғүмерен һаҡлап ҡалған шәфҡәт эйәләрен беҙ яратып, аҡ фәрештәләр тип йөрөтәбеҙ. Ана шул аҡ фәрештәләрҙең береһе — Борай үҙәк район дауаханаһының балалар консультацияһы табибы Сулпан Нәжметдинова.

Сулпан Марс ҡыҙының ошо яуаплы эште үҙ өҫтөнә алыуына 20 йыл тулған. Бәләкәйҙән ҡурсаҡтарын, бергә уйнаған дуҫтарын “терелткән” ҡыҙ мәктәптең һигеҙенсе класын тамамлағас, Өфөгә медицина училищеһына юл тота. Тырыш ҡыҙ үҙен бары тик балалар табибы итеп күреп, хыялына ирешер өсөн уҡыуын Мәскәүҙең Пирогов исемендәге медицина университетында дауам итә. Ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын район дауаханаһының бала табыу бүлегендә неонотолог булып башлай. Сабыйҙарҙы әсәләренән дә алдараҡ ҡулдарына алып, киләсәк тормошона сәләмәтлек юрай-юрай ҡарағанда, баланың ниндәйҙер ауырыу менән ауырығанын белһә, уны тиҙ генә дауалай башлай.
Сулпан Марс ҡыҙы бөгөн яңы тыуған сабыйҙарҙан алып 18 йәшкә тиклем 820 баланың сәләмәтлеге өсөн яуап бирә. Тимәк, шуларға өҫтәп, йәнә ошо тиклем атай һәм әсәй менән дә уртаҡ тел табырға тейеш ул. Сирле балаһы өсөн борсолған әсәнең күңеленә өмөт, йөрәгенә тыныслыҡ өрөр өсөн дауаһын ғына түгел, һүҙҙәрен дә табырға кәрәк. Эшен яратып, еренә еткереп башҡарған, үҙе йәшәгән Ҙур Баҙраҡ ауылынан район үҙәгенә 20 саҡрым араны үтеп, ауырыу бала янына саҡырһалар шунда килеп еткән табиптың эшенә маҡтау һүҙҙәренән башҡа тағы ни әйтәһең?! Ауыртыуҙарын теле менән аңлата алмаған бәләкәс пациенттарына ул әсәй кеүек яҡын.
Белемле, тәжрибәле, ярҙамсыл табипты хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә. Тормош иптәше Азат, улы Ирек өсөн дә ул иң ҡәҙерле кеше булыуында ла икеләнмәйем, сөнки уның бар булмышынан яҡшылыҡ, мәрхәмәтлелек, кешелеклелек бөркөлөп тора.

Читайте нас: