Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле ижадсы ғына түгел ул беҙҙең халыҡ өсөн, ә тәрән аҡыл эйәһе, рухи юлбашсы ла.
Йылдар үткән һайын Мостай Кәримде нығыраҡ юҡһынабыҙ, уның кәңәшенә, урынында еткерә әйтер абруйлы һүҙенә нығыраҡ мохтажбыҙ... Арҙаҡлы Шәхестән ҡалған бай ижади мираҫ аҙашҡанда юлды яҡтыртыр маяҡ, өмөтһөҙлөккә бирелмәҫкә өндәгән рухи таяныс, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа инаныс булып йәшәй.
Бөгөнгө генә түгел, киләһе быуындарға ла әҙәпле, игелекле һабаҡ бирер, көс өҫтәр сығанаҡ ул. Бөйөк әҙиптең әҙәби мираҫы рухиәтебеҙгә хеҙмәтен дауам итә. Шуның менән, Мостайлы халыҡ булыуыбыҙ менән бәхетле беҙ!
Автор:Равиля Гатауллина