Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
19 Октябрь 2022, 09:35

Мостайлы - бәхетле халыҡ беҙ!

Иртәгә халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мостай Кәримдең тыуыуына - 103 йыл.

Мостайлы - бәхетле халыҡ беҙ!
Мостайлы - бәхетле халыҡ беҙ!

 Милләтебеҙҙе бөтөн донъяға танытҡан ижадсының рухи мираҫы мәңге һаҡланып, киләсәк быуындарҙы ла тәрбиәләһен, яҡтыға, матурлыҡҡа, именлеккә ынтылдырһын! Мостайлы - бәхетле халыҡ беҙ!

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә бөгөн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.
 

Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!

Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:

Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға

Күтәрелде күккә ҡарағош.
 

Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен

Ел-дауылдар үтер торнаны.

Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә –

Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын.
 

Сығып осто ярһыу бер һандуғас,

Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.

Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер,

Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.
 

Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!

Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.

Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –

Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.
 

Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә һәр көн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.
Сығанаҡ: Башҡортостан
Мостайлы - бәхетле халыҡ беҙ!
Мостайлы - бәхетле халыҡ беҙ!
Читайте нас: