Асҡын, Урмияҙ, Солтанай ауылдарынан килгән малайҙар һәм ҡыҙҙар бер-береһе менән ихлас танышты, артабан Ҡөрьән сүрәләре уҡып ишеттерҙе, викторина һорауҙарына яуап биреп, Ислам дине нигеҙҙәре буйынса белемдәрен күрһәтте. Сарала әсәйҙәр ҙә ҡатнашты. Уларҙың балаларҙың матур итеп яттан сүрәләр уҡыуына һоҡланып, һөйөнөп ултырҙы. Осрашыу сәй табаны менән тамамланды. Бындай фәһемле саралар балаларға дини тәрбиә биреүҙә, рухи ҡиммәттәрҙе төшөндөрөүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Илһөйәр Махатова.