Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
7 Июнь 2022, 15:40

"Кешегә күп мәғлүмәт һәм фото кәрәкмәй"

Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный сайттарҙы үҫтереү юлдарын өйрәтте.

"Кешегә күп мәғлүмәт һәм фото кәрәкмәй"
"Кешегә күп мәғлүмәт һәм фото кәрәкмәй"

“Торатау” конгресс-холында “Медиайыйын” матбуғат саралары форумы бара. Пленар өлөштән һуң журналистар секция эштәренә таралышты. Темалар күп һәм көнүҙәк: “Медиапатриотизм”, “Эфирлы медиялар”, “Баҫма медиа”, “Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге”.

“Баҫма медиа” секцияһының төп сығыш яһаусыһы Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный булды. Уның сығышының темаһы – “Баҫма матбуғат сараларының мультимедиялы үҫеше, сайт һәм социаль селтәрҙәр өсөн контентты яраҡлаштырыу”.

Хәҙерге заман ысынбарлығы шул: яйлап ҡына гәзиттәр кәмей һәм төп иғтибар электрон төргә – сайттар, социаль селтәрҙәр, мессенджерҙарға күсә. Роман Серебряный тап ошо тема буйынса сығыш яһаны. Нисек кенә булмаһын, халыҡ ҡайҙа - журналистар ҙа шунда. Хәҙер һәр кемдә смартфондар бар һәм кеше мәғлүмәттең ҙур өлөшөн ундағы Интернеттан ала. Тимәк, баҫма гәзиттәргә яйлап шунда күсергә тура килә. Спикер журналистарға уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн сайттарҙы, социаль селтәрҙәрҙе нисек алып барырға өйрәтте.

– Интернет һәм социаль селтәрҙәр резина кеүек һуҙыла алмай. Гәзит биттәрен экономиялап өйрәнгәнбеҙ, ә интернетта урын күп кеүек. Әммә кешегә ул тиклем күп мәғлүмәт һәм фотолар кәрәк түгел. Тиҫтәләгән һүрәттән фотогалерия ҡуйғансы, ҡайһы берҙә инфографика эшләү ҡыҙығыраҡ, – тигән фекер әйтте ул.

Роман Серебряный республикабыҙ баҫмаларының сайттарына ентекле анализ яһаны. Уларҙың ыңғай яҡтарын да, етешһеҙлектәрен дә күрһәтте. Әйткәндәренең барыһы ла – уҡыусыларҙы йәлеп итеү маҡсатында.

Фото: Резеда Шәнгәрәева. 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-06-07/kesheg-k-p-m-l-m-t-m-foto-k-r-km-y-2833400?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

"Кешегә күп мәғлүмәт һәм фото кәрәкмәй"
"Кешегә күп мәғлүмәт һәм фото кәрәкмәй"
Автор:
Читайте нас: