Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
20 Апрель 2022, 14:30

“Алда көтһөн яҡты көнөбөҙ”

Шиғри күңелле яҡташыбыҙ  Рөстәм Мәғәсүм улы Ҡазыханов ижады менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ

“Алда көтһөн яҡты көнөбөҙ”
“Алда көтһөн яҡты көнөбөҙ”

Хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны, талантлы яҡташыбыҙ Рөстәм Мәғәсүм улы йәштән үк шиғырҙар яҙа. Уның байтаҡ ижад емеше тыуған ере, тыуған ауылы Ҡашҡаға, уның гүзәллегенә бағышланған. Шиғырҙарында уй-кисерештәре, шатлыҡ-ҡыуаныстары сағылыш таба.

Йәшә, Ҡашҡа!

Арҡатауҙың ап-аҡ ҡайындары

Иҫкә төшә ҡайҙа йөрөһәм дә.

Һағынып йырлайым, ауылым,

Онота алмайым,

Алһыу таңдар һаман иҫемдә.

Бер-береһенә ҡарап һоҡланалар

Биләнтауҡай менән Ҡаршытау.

Ә Нөгәртау киң күкрәген ҡуя

Һалҡын елдәр иҫкән ваҡытта.

Иркәләнеп кенә ағып ята

Һалҡын Төй йылғаһы һуҙылып.

Ауылыбыҙҙың күрке, ғорурлығы —

Буламы ни уны онотоп.

Йәшә, Ҡашҡа, быуаттарҙы буйлап,

Һин йәшәһәң, беҙ ҙә йәшәрбеҙ.

Халҡың ғорур, һүнмәҫ өмөтөң бар,

Алда көтһөн яҡты көнөбөҙ.

 

Ғорурлығың һинең ҡаныңда

Быуаттарҙан килә түҙемлегең,

Ғорурлығың һинең ҡаныңда.

Эй, башҡортом, һиңә генә хас бит

Баш эймәҫкә ҡаты дауылда.

Һинең даның илдә генә түгел

Бар донъяға инде билдәле,

Ҡурай моңо, сикһеҙ Урал тауы —

Тарихыңдың һәр бер миҙгеле.

 

Өмөттәр бар

Ағыла ла йылдар ағыла.

Артта ҡала  тормош эҙҙәре.

Бер урында тәрән, бер ерҙә һай,

Ә бер ерҙә торған теҙләнеп.

Ә бер ерҙә арғымаҡтар егеп,

Саптырған ул ниҙер эҙләнеп.

Шулай кәрәк булған, булған өмөт,

Йәшлек биргән быға көстәрен.

Яңы үрҙәр инде яулап булмаҫ,

Булһа дәрт, хыял, өмөттәр.

Аҡрын ғына атлап бара тормош,

Ашыҡмай ул булһа сәбәптәр.

Тыпырсынмайыҡ инде, егеттәр!

 

Теле барҙың — иле бар

Теле барҙың — иле бар,

     Тип әйтеү дөрөҫ.

Ләкин аңлай күр һин

         Был һүҙҙәрҙе, дуҫым, бер үк.

Сит илдәрҙә ҡалған саҡта

           Юғалмаҫһың,

Телде белгәс, ауыр хәлдә

           Һин ҡалмаҫһың,

Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә

                Илең булыр,

Сит-ят бәлки,

                Һиңә ҡулын һуҙыр.

 

Тыуған көнөң  менән, улым!

(йыр)

Йыйылдыҡ  беҙ бергә

Шундай матур кистә.

Шатлыҡ тулды беҙҙең

Күңелгә,

            Сөнки туғандарың,

            Яҡын йән дуҫтарың

            Килгән бөгөн һине ҡотларға.

Ҙур шатлыҡтар килһен,

Уйын-көлкө булһын,

Дуҫтар изге теләк теләһен.

         Йырлайыҡ бергә, дуҫтар,

        Күңел тулы моңдар,

        Яҡшы кәйеф беҙҙән китмәһен.

Тыуған көнөң менән

Ысын күңелдән ҡотлап,

Оҙон ғүмер һиңә теләйбеҙ.

           Һинең туғандарың,

          Яҡын йән дуҫтарың

          Һиңә атап бөгөн йырлайбыҙ.

 

Уйҙарымды булмай кәртәләп

Яҙға ҡарап булмай яҙҙар булып,

Көҙгә ҡарап булмай көҙ булып.

Йыһандарға осоп булмай икән

Хыялдарға ғына ултырып.

Уйҙарымды кәртәләргә алып

Һаҡлар инем дә бит бик оҙаҡ,

Ташҡын һыуҙы нисек туҡтатаһың,

Урғыла бит, тормай ул һорап.

 

Илһөйәр Махатова әҙерләне.

 

 

“Алда көтһөн яҡты көнөбөҙ”
“Алда көтһөн яҡты көнөбөҙ”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: