Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
19 Апрель 2022, 16:50

“Бисмилланы иртән торғас әйтәһеңме?”

Күңелендә  шиғыр осҡоно йөрөтөүсе яҡташыбыҙ Рөстәм Ҡазыхановтың бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ

“Бисмилланы иртән торғас әйтәһеңме?”
“Бисмилланы иртән торғас әйтәһеңме?”

Шиғри күңелле яҡташыбыҙ, оло хөрмәткә лайыҡ мәғариф ветераны  Рөстәм Мәғәсүм улы Ҡазыханов 1959 йылда Асҡын районының Ҡашҡа ауылында тыуған. Ул — Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре. Оҙаҡ йылдар Асҡын 2-се урта мәктәбендә физика-математика уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше, шулай уҡ мәғариф ветераны Мәүжидә Тәлғәт ҡыҙы менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Әлеге ваҡытта Ҡазыхановтар Өфө ҡалаһында йәшәй. Бәхетле өләсәй менән олатай ике ейәнен һөйөп ҡыуана.  Рөстәм Мәғәсүм улы донъя гүзәллегенә һоҡланыуын, шатлығын йә борсолоуҙарын, тыуған яғына булған һөйөү хисен ҡағыҙ биттәренә төшөрә.

Класташтар

Рөстәм Ҡазыханов һүҙҙәре,

Ралит Вәлинуров музыкаһы.

1.Шатлыҡ менән тулы төҫмөр ҡараш

Таныш йөҙҙәр эҙләй, табалмай.

Үҙгәргәндәр дуҫтар, ләкин элеккесә

Яна беҙҙең күҙҙәр, олоғаймай.

Ҡартаймаған әле беҙҙең йөрәк,

Беләктәрҙә көс тә бар әле.

Осрашырбыҙ тағы йылдар үткәс,

Төй буйының бөтмәһен йәме.

2.Ҡайтабыҙ беҙ ашығып, йылдар үткәс,

Йәшлек миҙгелдәрен һағынып,

Эх, класташтар, күрешәйек әле,

Осоп ҡайтайыҡ, йүгереп, талпынып.

    Ҡушымта.

 

Йәшлегемә ҡайтып килдем

Йәшлегемә ҡайтып килдем әле.

Нихәл, тинем, мәйтәм, как дела?

Донъя йөгөн тартып буламы, тим,

Көс етәме, малай, йә, һөйлә.

Етә, абҙый, етмәй ти мени,

Дәрте лә бар, эш тә етерлек.

Тормош матур, йәшәп туймаҫлыҡ.

Ҡайҙан килә икән егәрлек.

Көнләшмәнем, дуҫтар, йәшлегемә,

Киреһенсә, бигерәк шатландым.

Заманында булған бәхетле беҙ —

Шул ваҡытҡа ҡарап һоҡландым.

 

Уйҙар илендә

Тулҡынланып яҙған шиғырҙарым

Ҡанат ала хистәр илендә.

Йондоҙсоҡтар кеүек теҙелешеп

Урын ала хыял күгендә.

Улар мине әйҙәй алға таба —

Билдәһеҙлек көтә бит унда?

Юҡ, буйһонмай ҡәләм минең ҡулға,

Етеҙ Пегас уны осорта.

Йүләр саҡҡа ҡайһы саҡ алып ҡайта,

Ҙур хистәрҙе ҡабат уята.

Ҡартлығымдың башы бит ул йәшлек,

Һағындырып, наҙлап йырлата.

 

Юбилей

Аҡрын ғына йылдар үтеп бара,

Мин уларҙы ҡарап оҙатам.

Алтмышы ла инде килеп етте,

Етмеш тора ҡарап йыраҡтан.

Уҙған йылдар тулы ваҡиға —

Яҙып булмай барын шиғырға.

Уҡыу, эштәр, ғаилә, балалар —

Буш уҙманы минең был йылдар.

Булдымы икән тулы шатлыҡтар

Тормош ҡаҙаныбыҙ гел генә?

Әллә инде әсе төтөнлө

Инеме икән ҡай(һы) бер миҙгелдәр?

Хәйер, ниңә инде артҡа табан

Күҙ һалырға миңә, дуҫтарым.

Алда аҡ сәскәгә сумған яҙҙар кеүек

Сал сәстәрен тарай йылдарым.

 

Төш

Ниндәй яман төш күрҙең һин бөгөн төндә?

Тиргәлмәгән бер ни юҡтыр тирә-йүндә.

Тауыҡтар ҙа бөгөн “өтәләгән”,

Эт меҫкенең “көнө буйы ята өйҙә”.

Ҡояш бөгөн көндәгенән иртә торған.

Сәғәте лә ашыға бит, эй, суҡынған!

Ҡолас йәйеп тормай иртән һиңә ГАИ —

Булырмы икән ҡотолорға тағын яйы?

Сәбәптәре уның, дуҫҡай, бына шунда:

Ашыҡма һин, бәндәкәйем, был тормошта.

Бөтөн эштең башы бар бит, беләһеңме?

Бисмилланы иртән торғас әйтәһеңме?

Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: